Силәбе ере – боронғо башҡорт биләмәһе. Ғалимдар раҫлауынса, халҡыбыҙ был төбәктә боронғо Төрки ҡағанаты (VI – VIII быуаттар) осоронан алып йәшәй. Был дәлилде ата-бабаларыбыҙ ҡушҡан ер-һыу, урын атамалары раҫлай. Тағанай, Илмән тауҙары, Торғаяҡ, Киҙәгәс, Арғужа, Ҡалды, Тәхәлем, Өйәлге, Маян күлдәре, Мейәс, Тинес, Ҡараһыу йылғалары һаман байтаҡ серҙәр һаҡлай.
Был яҡтарҙан ғалим, яҙыусы, башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте ҡатнашыусыһы Әбделҡадир Инан, күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Хафиз Ҡушаев, башҡорт этнографы Наил Бикбулатов, ғалим, философ Дамир Вәлиев, шағирҙар Ғәлимов Сәләм, Мөхәмәтйәров Хәй, Ҡадир Даян, Кәтибә Кинйәбулатова, данлыҡлы тренер Харис Йосопов, спортсылар Эльбрус Ниғмәтуллин, Светлана Ишморатова һәм башҡалар сыҡҡан.
1884 – 1917 йылдарҙа Троицк ҡалаһында тирә-яҡҡа даны таралған «Рәсүлиә» мәҙрәсәһе эшләй. Унда атаҡлы шағирҙар Мәжит Ғафури һәм Ямалетдин Юмаев уҡыған.
1906 йылда Силәбе ҡалаһында мосолман китапханаһы асыла. 20-се йылдарҙа Нурислам Бабичев (Шәйехзада Бабичтың ағаһы) уның мөдире була. Хәҙер китапхана бөйөк шағирыбыҙ исемен йөрөтә.
Фестиваль төп саралары нәҡ ошо 15-се Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт-татар китапханаһында уҙыуы менән иҫтәлекле булды. Унда «Башҡортостан», «Йәшлек», «Йәншишмә» гәзиттәре, «Ағиҙел», «Ватандаш», «Башҡортостан ҡыҙы», «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Шоңҡар», «Аманат», «Аҡбуҙат» журналдары баш мөхәррирҙәре, урынбаҫарҙары сығыш яһаны. Улар үҙҙәренең баҫмалары менән таныштырып ҡына ҡалманы, әүҙем авторҙарына бүләктәрен дә тапшырҙы.
Силәбе өлкәһе башҡорттары өсөн «Уралым» тигән гәзит сыға. Фестивалдә улар «Башҡортостан» гәзите менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Әйткәндәй, был көндө Силәбе башҡорттары ҡоролтайы өлкәнең бер нисә районына беҙҙең баҫмаларға яҙылыу сертификаты әҙерләгәйне. «Йәншишмә»неке Ҡоншаҡ районына тапшырылды.
Беҙҙең редакция өсөн тәүге мөхәрриребеҙ Мөхәмәтйәров Хәйҙең бүләсәре Альбина Эльбрус ҡыҙы Фәхретдинова менән осрашыу ҙа иҫтәлекле ине.
– Мин уға ҡарт өләсәйем Кәтибә Мөхәмәтйәрова яғынан туған булам. Тамырҙарыбыҙҙы онотмайбыҙ, шәжәрәбеҙҙе төҙөнөк. Ҡоншаҡ районының Ҡунаҡбай ауылында Мөхәмәтйәров Хәйгә һәйкәл асылды. Туғандар йыйылып, осрашып тора. Һеҙҙе лә унда көтәбеҙ, – тине ул.
Ысынлап та, бер барып күрергә ине тәүге мөхәрриребеҙҙең тыуған ауылын. Яугир-шағирҙың тыуған яғына, уның халҡына, туғандарына «Йәншишмә» сәләмен еткерге килә.
Фестивалдә Арғаяш районының Аяҙғол ауылынан уҡытыусы Лилиә Вәлит ҡыҙы Янбаева менән дә таныштыҡ.
– Беҙҙең мәктәптә барлығы 120 бала белем ала. Башҡорт теленән Флорида Ғәлим ҡыҙы Мәхмүтова уҡыта. Уның етәкселегендә уҡыусылар Өфөлә уҙған башҡорт теле буйынса төбәк-ара олимпиадала, Силәбелә үткәрелгән «Әкиәт илендә», «Өләсәйем һандығы» конкурстарында ҡатнашып тора.
Мәктәп театрыбыҙ бар. Унда балалар Флорида Ғәлим ҡыҙы етәкселегендә төрлө әҫәрҙәрҙе сәхнәләштерә. Бигерәк тә етенсенән Лиана Ураҡанова, Арсен Хәкимов, Динислам Ибраһимов, һигеҙенсенән Динә Хәбилова килештереп уйнай, – тип һөйләне ул.
Иғтибарыбыҙҙы беҙҙе китапханала милли кейемдә ҡурай уйнап ҡаршылаған бер егет йәлеп итте. Ул Арғаяш районының Бәжекәй ауылынан Алмаз Бикмәтов булып сыҡты.
– Мәктәбебеҙҙә ҡурай түңәрәге бар. Уйнарға уҡытыусым Илһам Хәсәнйән улы Йәғәфәров өйрәтә. Хәҙер мин «Уралым», «Буранбай», «Ҡолой кантон», «Арғужа» көйҙәрен уйнай беләм. Концерттарҙа, бәйгеләрҙә ҡатнашабыҙ. Лауреат булғаныбыҙ, Гран-при яулағаныбыҙ бар, – тип һөйөндөрҙө егет.
Бына бит нисек! Ҡурай моңон Башҡортостандан ситтә лә яңғыраталар!
Фестиваль программаһына ярашлы беҙҙе, «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аманат» һәм «Йәншишмә» етәкселәрен, ҡаланың 24-се мәктәбендә лә көтәләр ине. Балалар, уҡытыусылар, ата-әсәләр менән матур осрашыу булды. Милләттәштәребеҙҙе үҙебеҙҙең баҫмалар менән таныштырҙыҡ. Уҡытыусылар башҡортса яҡшы аңлаһа ла, балаларға урыҫса ҡушыбыраҡ һөйләргә тура килде. Ни эшләйһең, улар күпселек урыҫтар булған мөхиттә йәшәй бит. Эх, Бөтә Рәсәй каталогына инмәгәнбеҙ, шуға ла силәбеләр гәзитебеҙгә яҙыла алмай...
Барыбер һоҡландырҙылар. Милли кейем кейеп алған ҡайһы берҙәре. Беҙгә концерт та әҙерләгәйнеләр. Ника Мусина, Асель Үлмәҫбаева, Эвелина Кәримова, Юлиә Ғәлиуллиналар күмәкләп – «Мөғлифә»не, ә Марсель Әхмәтов яңғыҙ бейеү башҡарҙы. Уларҙы етәкселәре Земфира Абзал ҡыҙы Хәйруллина өйрәткән икән. Ныҡ килештереп баҫтылар. Дарья Попова, Ангелина Мөхәмәтрәхимова, Карина Ғәтиәтуллина ансамбль етәкселәре Айгөл Юныс ҡыҙы Динмөхәмәтова менән данлыҡлы «Шайморатов генерал» йырын яңғыратты. Уларға беҙ ҙә ҡушылып йырланыҡ. Ә дүртенселә генә уҡыған Нурзифа Динмөхәмәтова, беҙҙең килерҙе алдан белгән кеүек, Мөхәмәтйәров Хәйҙең «Ватаным» шиғырын яттан һөйләне.
Сығыштарҙы һоҡланып ҡарап ултырҙыҡ. Уҡыусыларға иҫтәлекле бүләктәребеҙҙе тапшырҙыҡ.
Иң мөһиме – был мәктәптә I – VIII синыфтарҙан 60-лап баланың башҡорт теле уҡытыусыһы Лидия Сәғиҙулла ҡыҙы Сафуанова ярҙамында туған телдәрен өйрәнеүҙәре. Уларҙың Әлфиҙә Хәмиҙулла ҡыҙы Зарипова етәкләгән этнографик музейы ла бар. Беҙҙең менән осрашыуға 8-се мәктәптән Земфера Ғәфүр ҡыҙы Шафранская ла килеп еткәйне. Ул да үҙҙәрендә башҡорт теленән уҡыта икән.
Фестивалде ойошторғандары өсөн Силәбе өлкәһе Хөкүмәтенә, ҡала хакимиәтенә, Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге тулы хоҡуҡлы вәкиле Әлфир Байымовҡа, Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Амур Хәбибуллинға, «Алтын ҡурай» башҡорт мәҙәниәтен, телен, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау һәм үҫтереү үҙәге директоры Рушания Нишановаға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.
Бер осрашыу – үҙе бер ғүмер, тиҙәр. Силәбеләр менән тағы ла күрешергә һүҙ ҡуйыштыҡ. Беҙҙең дуҫлыҡ күпере ныҡлы булһын. Башҡортостандан ҡала иң күп башҡорттар йәшәгән төбәк менән бәйләнеш дауам итһен.
Мирсәйет ЮНЫСОВ.
Силәбе ҡалаһы.