Бөтә яңылыҡтар

Златоуста һабантуй үтте

Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһында ла, кескәйҙәр милли йолаларыбыҙҙы, байрамдарыбыҙҙы белеп үҫһен, тип тырышабыҙ.

Златоуста һабантуй үтте
Златоуста һабантуй үтте

   Яңыраҡ балалар һабантуйы үткәрелде. Унда милли кейемдәге ҡыҙҙарҙы һәм малайҙарҙы күреү бик күңелле ине. Балалар оҫталыҡ дәресендә үҙ ҡулдары менән милли орнамент яһап, буяны.

   Көйәнтә менән һыу ташыу, уҡ атыу, тоҡ менән һуғышыу, ҡалаҡ менән йомортҡа ташыу кеүек һабантуйға хас ярыштарҙа ҡатнашты. Төрлө уйындар уйнанылар. Еңеүҙең 80 йыллығына арналған күргәҙмәне ҡарау балаларҙа илһөйәрлек тойғоһон да тәрбиәләр.

                                                                                 Гөлгөнә МОЗАФАРОВА.

                                                                                  Силәбе өлкәһе.

Златоуста һабантуй үтте
Златоуста һабантуй үтте
Златоуста һабантуй үтте
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас