Бөтә яңылыҡтар

"Тамырым - башҡорт" форумы ярҙам итте

"Торатау" конгресс-холында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 30 йыллығына арнап үткәрелгән халыҡ-ара конференцияла күрше өлкәләрҙә тыуып-үҫкән йәш милләттәштәребеҙ ҙә ҡатнашты.

"Тамырым - башҡорт" форумы ярҙам итте
"Тамырым - башҡорт" форумы ярҙам итте

- Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто "Тамырым - башҡорт" тигән бик матур проектты тормошҡа ашыра. Күрше өлкәләрҙән башҡорт балаларын төбәк-ара форумға йыйып, республика, уның иҫтәлекле урындары, йолалары менән таныштыралар. Башҡортса уҡыған, туған телебеҙҙә үткән сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан балалар ҡатнаша был форумда. Беҙ беренсе килгәндә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназияһында йәшәнек. Икенсе йылына мин килә алманым, ә өсөнсө тапҡырында Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика интернат-гимназияһында булдыҡ. Ҡабул итеү имтихандары барған мәлгә тура килдек һәм беҙҙең балалар ҙа көстәрен һынап ҡараны. Уңышлы тапшырып, уҡырға алындылар, икенсе йыл инде бик оҡшатып уҡыйҙар, - ти сығышы менән Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районынан уҡытыусы Әлфира Бабамөхәмәтова. Әйткәндәй, гимназияла уға ла һөнәренә ярашлы эш тәҡдим иткәндәр, әле унда эшләп йөрөй.

- Мин Красногвардейск районынан. Гимназияла уҡыу оҡшай. Фортепьянола, думбырала уйнарға өйрәнәм, - ти Лиза Бәхтейәрова. Силәбе ҡалаһынан Айсаф Сафуанов ҡурайҙы һайлаған икән. "Арман" фольклор төркөмөндә лә ҡатнаша. Уның яҡташы Вадим Хәкимов һәм Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районынан Марат Бабамөхәмәтов волторнала уйнай. Балалар шулай уҡ һәр береһе оркестрҙа ла уйнай.

"Тамырым - башҡорт" проекты ашаа Өфө гимназияларына уҡырға ингән балалар конференция барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән дә осрашты, үҙҙәре менән таныштырып, рәхмәттәрен белдерҙеләр.

Автор фотолары. 

"Тамырым - башҡорт" форумы ярҙам итте
"Тамырым - башҡорт" форумы ярҙам итте
"Тамырым - башҡорт" форумы ярҙам итте
"Тамырым - башҡорт" форумы ярҙам итте
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас