Бөтә яңылыҡтар

Ырымбурҙар өсөн шатбыҙ

Ырымбур башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡалалағы Х.Ямашев исемендәге китапханала башҡорт теле буйынса йәкшәмбе мәктәбе уңышлы эшләй икән.

Ырымбурҙар өсөн шатбыҙ
Ырымбурҙар өсөн шатбыҙ

Асылыуына икенсе йыл, балалар уҡый, яҙа, иң мөһиме, һөйләшә башлаған. Бай мәҙәниәтебеҙ тарихын да өйрәнәләр. Уҡытыусылары - тәжрибәле педагог Әнисә Хәлитова. 

"Тормош йүнәлеше - уҡытыусым" тигән был проект Ырымбур башҡорттары өсөн телде, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүҙә, быуындар бәйләнешен нығытыуҙа мөһим аҙым булып тора. Йәш быуын үҙенең тамырҙарын белеп үҫә. 

Фото: sun9-23/

https://vk.com/karuanharai 

Ырымбурҙар өсөн шатбыҙ
Ырымбурҙар өсөн шатбыҙ
Ырымбурҙар өсөн шатбыҙ
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас