Бөтә яңылыҡтар
Спорт йондоҙҙары
5 Июнь 2020, 12:45

"Чемпион исемен яулауға ҡарағанда һаҡлауы ҡыйын"

Артур ЗӨЛҠӘРНӘЕВ – Ҡыйғы районы Арыҫлан ауылы егете. «Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры» маҡтаулы исеменә лайыҡ булған. Көрәш һәм билбаулы көрәш буйынса Рәсәй һәм донъя чемпионы.Бөгөн ошо башҡорт көрәшсеһе менән һеҙҙе яҡынданыраҡ таныштырмаҡсыбыҙ.

– Артур, көрәш менән нисек шөғөлләнә башлауың тураһында һөйлә әле.

– Атайым мәктәптә көрәш секцияһын алып бара торғайны, Вадим ағайым да унда йөрөнө. Бер ваҡыт, ул саҡта мин бәләкәй инем әле, Нефтеюганскиҙа йәшәгән ике туған ағайыбыҙ беҙҙе үҙҙәренә ҡунаҡҡа алып ҡайтты. Себер яҡтарында ла йыл һайын һабантуй үткәрелә бит инде. Вадим ағайымды көрәш буйынса ярышта ҡатнаштырырға булдылар. Ул да – Рәсәй чемпионы. Бына беҙ һабантуйҙа. Балалар араһында ла көрәш буйынса ярыш бара. Шунда, бар әле көрәшеп ҡара, тип ағайымдар мине лә сығарҙы. Ул ваҡытта бер тапҡыр ҙа күнекмәлә булып ҡарамаған инем әле. Минән дә бәләкәйерәк бер урыҫ малайы тотто ла атып бәр­ҙе, бик ғәрләндем. Ҡайтҡас, көрәшкә йөрөргә хәл иттем. Тәүге күнекмә лә ҡыҙыҡ ҡына булды. Өсөнсөлә уҡый инем. Спортзалда тәүҙә волейбол секцияһы була, шунан – көрәш. Береһе лә ҡайтмай, эскәмйә­ләр­ҙә алышты ҡарап ултыралар. Мин оялам. Шунан бер малай менән бильярд уйнаныҡ та ҡайтып киттек. Икенсе көнөнә атайым, бөгөн дә шөғөлләнмәһәң, бөтөнләй йөрөмәйәсәкһең, тине. Халыҡ ҡарап ултыра, тәүҙә разминка булды, артабан манекенды ырғытырға кәрәк ине. Белмәйем, әммә күрһәткәс, өйрәнеп китеүе ҡыйын түгел икән. Шулай итеп, тәүге тренерым атайым – Валерий Зөлҡәрнәев булды.

– Ҡасан ярыштарҙа ҡатнаша башланың?

– Cекцияла ярты йыл шөғөлләнгәс, көрәш буйынса ярыштарҙа I, II урындар ала башланым. Алтынсыла уҡығанда саңғыға ла, көрәшкә лә йөрөнөм. Көнөнә 10 километр йүгерә инек, ә кисенә көрәшкә бараһың. Әммә бер ҙә ташлама булманы, бүтәндәр менән бер иш шөғөлләндем. Сәғәт дүрттә – саңғы, алтыла – көрәш, киске туғыҙынсы яртыла – дәрес әҙерләү, унан инде арып, йоҡлап та китәһең. Шәмбе, йәкшәмбе генә ял итәһең. Сиреккә «өслө» сыҡһа, күнекмәгә йөрөмәй­һең, уҡыйһың, тип атайым ныҡ контролдә тота ине. Рәсәй ярыштарына килгәндә, тәүге тапҡыр VIII синыфта уҡығанда Ҡазанда IV урын алғайным. IX синыфта уҡығанда I урын ала башланым. Элек беҙ уҡыусы саҡта бер генә йәш үлсәме буйынса ярыш була торғайны: 18 йәшкә тиклемгеләр. Хәҙер 12 – 13, 14 – 15, 16 – 18 йәштәгеләр араһында айырым Рәсәй чемпионаты үткәрелә.

– Донъя чемпионы исемен ҡасан яуланың?

– 2012 йылда балалар араһында Бразилияла үткән Донъя беренселегендә I урын алдым.

– Спортсы булыу өсөн ниндәй сифаттар мөһим?

– Түҙемлек һәм тағы бер тапҡыр түҙемлек. Көслө характер. Алдыңа маҡсат ҡуйырға кәрәк, мин дәғүәсемде еңергә тейешмен, тип. Көн дә шөғөлләнергә, яҡшыраҡ булырға тырышырға.

– Әле, профессиональ спортсы булараҡ, ҡайҙа шөғөлләнәһең?

– Затондағы «Спорт әҙерлеге үҙәге»нә көн һайын күнекмәләргә йөрөйөм, ярыштарға әҙерләнәбеҙ. 2013 йылдан алып тренерым – Рөстәм Дияҡаев. Үкенескә ҡаршы, коронавирус ар­ҡаһында донъя, Рәсәй чемпионаттары туҡтатылды.

– Бөтәһе лә күнекмәләрҙән тора. Дәғүәселәр бер үк, бөгөн еңдең икән, иркенләп китергә түгел, сөнки ул да һине еңергә тырыша. Чемпион булыуға ҡара­ғанда, был исемде һаҡлауы ауырыраҡ, тип әйтәләр бит. Тимәк, һәр ярышҡа ныҡлап әҙерләнергә кәрәк.

– Әйткәндәй, һин юғары уҡыу йортонда ниндәй һөнәргә уҡының?

– Башҡорт дәүләт университетының физика-математика институтында бакалавриаттан һуң Башҡорт дәүләт аграр университетының агротехнология һәм урман хужалығы факультетында магистратура тамамланым. Хәҙер әрме хеҙмәтен үтәү теләге менән йөрөйөм.

– Тағы ниндәй яратҡан шөғөлдәрең бар?

– Ауылда күп кенә йылҡы малы тотабыҙ, атты егеп тә, һыбай ҙа йөрөргә яратам. Тағы техника менән булыу оҡшай, трактор ватылһа, үҙебеҙ эшләп ҡуябыҙ. Әле үҙизоляция ва­ҡытында ауылда булдым.

– Уҡыусыларға, йәш спорт­сыларға ниндәй теләк-кә­ңәштәрең булыр?

– Хәҙер үҫмерҙәр, йәштәр араһында спортҡа килеүселәр һирәк. Кальян тартып йөрөү йүнлегә алып бармай ул, спорт менән шөғөлләнегеҙ, тиер инем. Бәләкәйҙән ялҡауланмаҫҡа, һайлаған спорт төрө менән ныҡлап шөғөлләнергә кәрәк. Танылған спортсы булыуҙың ыңғай яҡтары күп, һин белмәгән кешеләр ҙә үҙеңде танып, ярҙам итергә әҙер тора.

– Ихлас яуаптарың өсөн рәхмәт, Артур. Яҡынлашып килгән тыуған көнөң менән!
Читайте нас в