Саша 2004 йылдың 23 июнендә Рязань ҡалаһында тыуған, йондоҙнамә буйынса – Ҡыҫала. Ҡыҙҙың спортлы киләсәге алдан уҡ билдәле була, сөнки ата-әсәһе – профессиональ спортсылар. Атаһы Вячеслав Трусов – дзюдо, самбо һәм ҡул һуғышы буйынса спорт мастеры, әсәһе еңел атлетика менән шөғөлләнә. Александранан тыш, ғаиләлә тағы ике малай – Иван һәм Егор үҫә. Улар ҙа спорт менән дуҫтар. Ә Саша 4 йәшендә роликтарҙа шыуырға өйрәнгән һәм был шөғөлө уны нисектер үҙенән-үҙе фигуралы шыуыуға алып килгән. Беренсе тренеры әйтеүенсә, һәләтле ҡыҙ төркөмөндә башҡа балаларҙан музыкаға әүәҫ булыуы һәм һикерергә яратыуы менән айырылған. Күп тә үтмәй, атаһының эше буйынса Мәскәүгә күсеп киләләр. Бында ла Саша спорт мәктәбенә йөрөүен дауам итә. 11 йәшендә үк ике икеләтә һикереүҙән торған каскад яһарға өйрәнә. Әлбиттә, шундай һәләтле, тырыш ҡыҙыҡайҙы күреп, билдәле тренер Этери Тутберидзе үҙенә саҡыра һәм улар 2016 йылдан бергә эшләй башлай. Тап шул ваҡытта унда донъя фигуралы шыуыу йондоҙҙары Евгения Медведева менән Алина Заһитова ла шөғөлләнгән була.
Уңыштар оҙаҡ көттөрмәй. Тәүге үҫмерҙәр бәйгеһендә үк Саша бөтә турнирҙарҙа, шул иҫәптән донъя беренселегендә еңеп, унда ике дүрт әйләнешле сальхов һәм тулуп һикереүҙәрен башҡара. Киләһе миҙгел дә еңелдән булмай. Ул сығыш яһау программаһын ҡатмарлаштыра, яңы дүрт һикерешле элементты өҫтәй. Әлбиттә, уларҙы үтәү тағы ла көс, оҫталыҡ талап итә. Ҡыҙ Гран-при финалында Алёна Косторная, ә Рәсәй ярышында Анна Щербаковаға еңелһә лә, хаталар өҫтөндә эшләп, үҫмерҙәр араһындағы беренселектә икенсе тапҡыр донъя чемпионкаһы исемен яулай. Ә өлкәндәр менән бергә ярышҡа инде Саша фаворит булып килеп инә. Ирекле программала ул дүрт тапҡыр дүрт әйләнешле һикереүҙе тәҡдим итә, был – ир-егеттәр башҡарғанға ҡарағанда ла күберәк. Тик оҫталыҡ, тәжрибә етеңкерәмәй шул. Музыканы тоймай, программаны тамашасыға еткерә алмай, тип судьялар уға ни бары өсөнсө урынды бирә. Миҙгел шулай тамамлана ла.
Шул уҡ ваҡытта Саша ирекле программала иң күп балл йыйып, яңы донъя рекорды ла ҡуя. Әммә көтмәгәндә 2020 йылдың яҙында тренерын алмаштырыуы күптәрҙе аптырата. Ул Евгений Плющенкоға күсте.
Бына яңы ҙур һынау – Рәсәй беренселеге. Ҡыҙға өсөнсө урын менән генә ҡәнәғәтләнергә тура килә. Яңы тренер етәкселегендә шөғөлләнеү фигуристарҙың дөйөм йомғаҡлау таблицаһында яулаған урынын үҙгәртмәне. Ул һаман да шул өсөнсө баҫҡыста ҡала. Имгәнмәһә, йәрәхәт алмаһа, бәлки, тағы ла юғарыраҡ күтәрелер ине. Ни тиһәң дә, шул арҡала күп дүртле һикереүҙәрен яһай алманы бит.
Әммә ҡыҙҙы ҙур киләсәк көтә. Ул – гениаль, уникаль спортсы. Әлегә донъяла ҡатын-ҡыҙҙарҙан берәү ҙә Саша һымаҡ дүрт әйләнешле һикереүҙәрҙе башҡара алмай. Аня Щербакова – лутц һәм флип, Камила Вәлиева – тулуп, Рика Кихира сальхов эшләй. Нисек кенә булмаһын, уларға Сашаны еңеү ауыр буласаҡ.
Спорт ҡыҙға уҡыуҙа бер ҙә ҡамасауламай. Ул киске мәктәпкә йөрөй, математиканы ярата. Буш ваҡытын башҡа үҫмерҙәр кеүек үткәрә: китап уҡырға әүәҫ, айырыуса фантастик әҫәрҙәр оҡшай, социаль селтәрҙәрҙә ултыра, шунда уҡ сәфәрҙәге фотоларын урынлаштыра. Сәйәхәт иткәндә үҙе менән тере «талисман»ын – чихуа-хуа тоҡомонан Тину тигән этен йөрөтә. Сит илдәрҙә үткән күнекмәләренә Трусованы әсәһе оҙатып йөрөй, ә ил буйынса турнирҙарҙа – башлыса өләсәһе. Александра хәҙер үк киләсәккә пландар ҡора. Ҡыҙыҡай хайуандарҙы бик ярата бит. Буласаҡ һөнәрен улар менән бәйләргә теләй. Австралияла сығыш яһағанда Коала-паркында ла булған. «Ундағы бар йәнлектәрҙе лә ҡулыма тотоп һыйпап, яратып сыҡтым», – ти ҡыҙыҡай.
Бар хыялдарың да тормошҡа ашып, алдыңа алған маҡсаттарыңды үтәргә яҙһын, уңыштар һиңә, Саша!