Беҙҙекеләр көмөш миҙалға лайыҡ булды. Эдуард Латипов Поклюкта үткән донъя беренселегендә лә күптәрҙе һоҡландырғайны. Шулай уҡ эстафетала нәҡ уның тырышлығы менән бронза миҙал яуланды. Эйе, тағы ла һуңғы – дүртенсе этапта йүгереп, мәргәнлеген күрһәтеп, командабыҙҙы өсөнсө урынға сығарҙы.
Берәйһе миҙгел башланыр алдынан Эдуардтың донъя кимәленә күтәрелә алыуына ышандымы икән? Юҡтыр ул. Хатта Рәсәйҙең ир-егеттәр командаһының өлкән тренеры Юрий Каминский ҙа спортсының тиҙлек һәм атыу буйынса баланс таба алмауы тураһында һәр ваҡыт әйтә килде. Ә беҙҙең Латипов йәнә үҙен оҫта финишсы итеп танытты. Оберхофта (Германия) Донъя кубогында был юлы ҡатнаш эстафетала еңеү килтерҙе. Бығаса еңелеү белмәгән Норвегия биатлонсыларын да аптыратты Эдуардтың был уңышы.
Бына бит нисек! Рәсәй командаһында хәҙер Антон Шипулин һымаҡ ышаныслы, етеҙ, оҫта финишсы бар. Әлбиттә, Латиповҡа тәжрибә етеңкерәмәй. Шулай ҙа уның тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәре алда әле.
Биатлон Рәсәй көйәрмәндәрәнең иң яратҡан ҡышҡы спорт төрҙәре иҫәбенә инә. Атыусы саңғысылар СССР заманында уҡ данлы традицияларға нигеҙ һалған һәм әле лә Рәсәй данын яҡлаған биатлонсыларҙан тик еңеүҙәр генә көтәбеҙ. 2018 йылдан алып башҡа спортсылар менән бергә көйәрмәндәрҙең өмөттәрен Рәсәй йыйылма командаһынан Эдуард Латипов та аҡларға тырыша.
Ул 1994 йылда Белоруссияның Гродно ҡалаһында тыуған. Атаһы әсәһенең тыуған ҡалаһында хәрби хеҙмәттә булғанда танышып, өйләнешкәндәр икән. Ратмил ағай һуңғараҡ ғаиләһен тыуған яғы – Һамар өлкәһенә күсереп алып ҡайта. Малайҙың бала һәм үҫмер сағы Ҡамышлы ауылында үтә, мәктәптә уҡығанда спорт секцияһына ла йөрөй. Тәүҙә Эдик саңғы менән мауыға башлай. Беренсе тренеры Марат Шәүәлиев үҙ эшенең ысын фанаты була һәм ауылдағы саңғы базаһын заманса күнекмәләр үткәреү үҙәгенә әйләндерә. Ҡамышлы спортсыларының экипировкалары хатта ҡаланыҡыларҙы көнләштерерлек була. Әле был ауылда балалар өсөн саңғы-биатлон комплексы төҙөлгән, ә ул саҡта Латипов япмалы трасса буйлап йүгерә, йә булмаһа ике ауыл араһындағы юлда йөрөй.
Эдик үҙҙәрендәге ярыштарҙа, «Рәсәй саңғы юлы»нда ҡатнашып, тәүге уңыштарға ирешә. Артабан ҡомарланып, үҙен биатлонда һынап ҡарарға тигән фекергә килә. Тик был спорт төрө тыуған Ҡамышлыла ғына түгел, хатта Һамарҙа ла булмай. Үҫмер телевизорҙан Рәсәй биатлонсылары алтын быуынының уңышын күреп, яңы хыялдар менән янып китә. Иван Черезов, Дмитрий Ярошенко һәм айырыуса Максим Чудов уның кумирына әүерелә.
Чудовтың Өфөнән булыуы ла Латиповтың киләсәк юлын билдәләне. Егет ата-әсәһенән фатиха алып, Башҡортостанға күсеп килә. Һөҙөмтәлә, республика йыйылма командаһына эләгә. Уны биатлонда Рәсәй үҫмерҙәр йыйылма командаһы кимәленә сығарған беренсе тренер Валерий Мишингин була. Тәүге тапҡыр халыҡ-ара ярыштарҙа 19 йәшендә ҡатнаша, үҙенең тәүге донъя беренселегендәге эстафетаһынан Эдуард «ағас миҙал»ы (спортта дүртенсе урын алыу) менән ҡайтты. Ә шәхси кимәлдә 18-се урынға күтәрелә.
IBU Кубогына спортсы тәүге тапҡыр 2015 йылда эләкте. Ул ваҡытта Эдуард иҫәбендә, башҡа призлы урындарҙы иҫәпкә алмағанда, үҫмерҙәр араһындағы донъя беренселегенең ике алтыны була. Халыҡ-ара йәштәр ярыштарында күп тапҡыр Рәсәй чемпионы булған Латипов йыйылма команданың капитаны ла булып йөрөй. Ә өлкәндәр араһындағы тәүге уңыштары 2016 йылда IBU кубогы кимәлендә булды. Спринтта беренсе урын яуланы. Шул уҡ йылда спортсыны допинг ҡулланыу менән бәйле етди проблемалар ҙа урап үтмәй. Латиповты милдронат файҙаланғаны өсөн халыҡ-ара ярыштарҙан ваҡытлыса ситләштерәләр, ә һуңынан ғәйеп инҡар ителеп, егет карьераһын дауам итә.
ЦСКА вәкиле булараҡ, биатлонсы 2017 йылда Бөтә донъя хәрби уйындарында ҡатнашып, унан триумфатор булып ҡайта. 2019 йылда Красноярскиҙа уҙған Европа беренселегендә һәм Ҡышҡы универсиадала спринтта – алтын, алыҫ аралыҡта – көмөш һәм пасьютта (эҙәрлекләү ярышы) бронза миҙал яуланы.
Ә Рәсәйҙең төп йыйылма командаһына 2018 йылда алына. Тик Словенияла уҙған беренсе ярышы уңышһыҙ булып сыға – Эдуардҡа тик 99-сы урын менән ҡәнәғәтләнергә тура килә. Спортсыға старт алдынан 30 секундҡа саңғыларын һуңлатып килтерәләр, шуғалыр ҙа, бәлки, ул лайыҡлы һөҙөмтә күрһәтә алмағандыр. Ә ике айҙан һуң Канадала үткән Донъя кубогында шәхси ярышта биатлонсы байтаҡ мәрәйҙәр йыйып, 15 урынға күтәрелә.
Ә бына 2020/21 йылдар миҙгеле яҡташыбыҙ өсөн уңышлы булып сыҡты. Латипов Рәсәй йыйылмаһы составына инде һәм Донъя кубогында илебеҙ командаһы өсөн сығыш яһаны. Шунда үҙен күрһәтте лә инде. Алтын, көмөш, бронза миҙалдар яуланды.
Буйы – 1 метр 80 сантиметр, ауырлығы 76 килограмм булған биатлонсы гел үҙен формала тоторға тырыша. Күнекмәләргә етди ҡарай. Күптәребеҙ һымаҡ, Эдуард та «Инстаграм» алып бара. Унда спортҡа һәм ғаиләһенә арналған фотоларын ҡуйырға ярата. Өйләнгән. Кәләше – Һамар ҡыҙы Дарья – фитнес буйынса инструктор. Виктория исемле ҡыҙ үҫтерәләр.
Ә беҙгә 26 йәшлек биатлон йондоҙона киләсәктә гел уңыштар юлдаш булыуын теләйһе генә ҡала.