– Руслан, үҙең менән таныштырып үт әле? Ҡайҙа тыуғанһың? Мәктәп йылдарында уҡ спорт менән шөғөлләнә торғайныңмы?
– Мин Дәүләкәндә тыуғанмын. Әсәйем дә, атайым да шул райондан. Нилектәндер айырылышҡандар, шунан бирле үҙ атайымды күргәнем юҡ. 9 йәштән, әсәйем икенсегә ғаилә ҡорғас, Шишмә районындағы бәләкәй генә 13 өйлөк Яңы Опто тигән ауылға күстек. Мәктәбе юҡ ине, 7 километр алыҫлыҡтағы күрше ауылдың белем усағында уҡыным. Күберәк йәйәү йөрөнөм. Ауыл мәктәбендә секциялар бик булманы. Шуға күрә еңел атлетика менән шөғөлләндем. Мәктәп данын яҡлап 1, 3, 5 километрға йүгерә торғайным. Шишмә районы буйынса чемпион булып, йыйылма команда составына индем. Шулай уҡ волейбол, футбол уйнай, саңғыла йөрөй инек. Бала саҡтан бокс, көрәш тураһында фильмдар ҡарарға яраттым. Күп балалы ҙур ғаиләлә үҫтем. Мәктәптән һуң Башҡорт дәүләт педагогия университетының физкультура факультетына уҡырға индем.
– Тәүҙә бокс, кикбоксинг буйынса бик күп ярыштарҙа ҡатнаштым. Ә 23 йәштә Екатеринбургҡа күскәс, профессиональ спортҡа килдем, ҡатнаш көрәш менән ныҡлап шөғөлләнә башланым.
– Был исем миңә тура килеп торған кеүек. Төрлө ергә күсеп йөрөйөм. Дәүләкәндә тыуғанмын, Шишмәлә үҫтем, Өфөлә уҡыным, шунан Екатеринбургта йәшәнем. Хәҙер ҡатынымдың тыуған яғы Нефтекамала төпләндек. Кочевник ҡушаматын Екатеринбургтағы ҡатнаш көрәш буйынса тренерым Венер Ғәлиев тәҡдим иткәйне. Әйткәндәй, беренсе тренерым – Өфөнән Артур Мөхәмәтдинов.
– Алыштарға башҡорт бүреге кейеп сығыуыңды нисек ҡабул итәләр?
– Ҡамсат бүректе Екатеринбургта кейә башланым. Был матур йола Венер Ғәлиевтән килә. Хәҙер күптәр башҡорт бүреген кейергә тырыша, модаға инеп бара. Башҡорт икәнең әллә ҡайҙан күренеп тора бит. Махачкалала алышҡа бүрек кейеп сыҡҡас, дағстандар тәүҙә беҙҙең ниндәй милләттән икәнде белмәне. Аптыраттылар. Былар, баҡтиһәң, башҡорт тигән милләт барлығын да белмәгәндәр, нуғайҙар тип уйлағандар.
– Был йәһәттән башҡорттарҙы донъя кимәлендә танытҡандары өсөн спортсыларыбыҙға рәхмәт әйтергә кәрәктер. Яңыраҡ Мәскәүҙә үткән турнирҙа һин Әзербайжан көрәшсеһе Сеймур Рзаевты еңдең һәм Башҡортостандың, Нефтекама ҡалаһының, әле үҙең шөғөлләнгән «Ягуар» клубының данын күтәрҙең.
– Эйе, быйыл Хәбиб Нурмөхәмәтовтың EFC лигаһы менән дүрт тапҡыр ярышта ҡатнашыу өсөн контракт төҙөнөм, икенсе турнир 6 апрелдә буласаҡ. Әле шуға әҙерләнәм, көнөнә ике-өс күнекмә үтә.
– Алла бирһә, еңеүеңде теләйбеҙ. Руслан, спортсыға уңышҡа өлгәшеү өсөн ниндәй булырға, үҙеңдә ниндәй сифаттар тәрбиәләргә кәрәк?
– Cпортсы, минеңсә, иң беренсе сиратта, эшһөйәр, маҡсатҡа ынтылыусан булырға тейештер. Пунктуаллек, йәғни теүәллек – иң мөһим сифаттарҙың береһе. Илһөйәрлек. Изге күңелле булырға, сөнки көслө кеше генә изге күңелле була ала, шулай икәнһең, тимәк, һин көслөһөң. Хыялыңа ышанырға һәм гел алға барырға кәрәк. Сыҙам, түҙемле булырға тейешһең, был, әлбиттә, йылдар буйы булдырыла, үҫешә торған һыҙат. Спортсы үҙ шөғөлөнә тоғро булырға тейеш, был да – төп сифаттарҙың береһе.
– Ихлас яуаптарың өсөн рәхмәт!