Тормошҡа һөйөү менән бағыуы, үҙендә ауырлыҡтар алдында баҙап ҡалмаҫлыҡ көс таба белеүе менән күптәргә өлгө ул. Илнур Ғарипов бына тигән әңгәмәсе лә икән. Беҙҙең һорауҙарға бик ихлас яуап бирҙе.
– Илнур, һин ҡайҙа тыуғанһың? Ҡайһы мәктәптә белем алдың? Ниндәй фәндәрҙе яратып өйрәндең, яратҡан уҡытыусыларың кемдәр ине? Шул турала һөйләп үт әле.
– Мин 2000 йылдың 14 мартында Өфө ҡалаһында тыуғанмын. 28-се коррекцон интернат-мәктәптә уҡыным. Урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сажиҙә Мансур ҡыҙын хөрмәт менән телгә алып үтер инем. Бик изге күңелле, спортсыларға аңлап ҡарай ине, гел уңыштар теләне. Ә математика һәм геометриянан белем биреүсе Дамира Минишевна (мәрхүм инде) – тормошомда осраған иң талапсан уҡытыусы. Үҙ фәнен яҡшы белә, темаларҙы яҡшы аңлата ине. Уның өйрәткәнен аңламаған уҡыусы булмай торғайны. Иң яратҡан дәресем, әлбиттә, биология булды. Фидалия Фазлый ҡыҙы Бәхтейәрова ла бик талапсан һәм дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы итеп үткәрә ине. Медицина өлкәһен һайлауымда уның йоғонтоһо бар, тип уйлайым.
Туған интернат-мәктәбемә бик рәхмәтлемен. Тәрбиәләнеүселәренең спорт менән шөғөлләнеүен гел аңлап, ыңғай ҡаранылар. Ярҙам да күрһәттеләр.
– Ә спорт менән ҡасан шөғөлләнә башланың?
– Иң тәүҙә саңғыны һайлағайным. Дүрт йәшемдә атайым был секцияға алып барғайны. I синыфта уҡығанда тәүге тапҡыр ярышта ҡатнаштым. Шулай итеп, спорт өлкәһендә беренсе уңыштарым саңғы буйынса булды. Тимераяҡта йүгереү секцияһына ла йөрөнөм. Хоккей, футбол уйнай торғайным. Бер мәлде өҫтәл теннисы буйынса республикала I урын алғайным. Нисек йөҙөүгә килдемме? Башланғыс синыфтарҙа мәктәптән бассейнға йөрөттөләр. 11 йәштә атайыма йөҙөү менән етди шөғөлләнергә теләүемде әйттем. Быны өйҙә барыһы ла хупланы һәм мине Коммунистик урамындағы «Буревестник» бассейнына алып барҙылар.
12 йәштәрҙә күреү һәләтем юғала башланы: һау күҙем дә бер йыл эсендә ныҡ насарайҙы, кешеләрҙең силуэттарын ғына күрә башланым. Мәскәүҙә операциялар ҙа үткәрҙем. Әммә күҙемде һаҡлап булманы. Шулай ҙа бирешмәнем, юғалып ҡалманым. Үҙемдә йөҙөү менән тағы ла нығыраҡ шөғөлләнергә көс таптым. Ярыштарҙа уңышҡа өлгәшергә ҡарар иттем. Хыялымды тормошҡа ашырырға остазым, СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры Хәлил Рауил улы Шаммасов, әсәйем Зөлфиҙә Хәйҙәр ҡыҙы һәм һеңлем Алтынай ярҙам итте. Улар – минең донъялағы иң яҡын кешеләрем. Алтынай һеңлем минән 6 йәшкә кесе булһа ла, бассейнға алып барып, күнекмә бөткәнен көтөп ултыра торғайны. Ваҡыты булғанда әсәйем алып йөрөнө. Аҙаҡ инде Өфө буйлап махсус таяҡ ярҙамында үҙ аллы ла йөрөй башланым. Әсәйем менән һеңлемә ярҙамдары өсөн рәхмәтем бик ҙур.
– Йөҙөү буйынса тәүге еңеүгә ҡасан өлгәштең?
– Йөҙөү буйынса тәүге тапҡыр ярышта 2012 йылда ҡатнаштым. 2013 йылда еңеүҙәр яулай башланым. 2014 йылда инде Рәсәй беренселегенә барҙым. 2019 йылдан спорт мастеры, шул уҡ йылда халыҡ-ара класлы спорт мастеры булдым. Әлеге паралимпиаданан һуң атҡаҙанған спорт мастеры булып күтәрелдем.
– Ҡасандыр исемем бөтә донъяға яңғырар, чемпион булырмын, тигән хыялың булдымы?
– Һәр спортсыла ундай хыял булалыр ул. Генерал булырға теләмәгән һалдат һалдат түгел, тигән кеүек инде. Эйе, хыял бар ине, әлбиттә.
– Еңеүҙәр нисек яулана?
– Төрлө һынауҙар аша. Минең өсөн төрлө ауырлыҡтар ҙа булды. Беренсенән, көн режимы бик тығыҙ. Иртәнге сәғәт 6-ла тораһың, 7-гә күнекмәгә бараһың, сәғәт 10-ға дәрестә булырға кәрәк. Көндөҙ тағы бер күнекмәгә барам. Кис һуң ғына, 9-ҙарҙа, ҡайтаһың. Ашайһың, дәрес әҙерләп өлгөрәһеңме-юҡмы, йоҡларға ваҡыт етә. Башҡа тиҫтерҙәрең ял иткәндә лә йөҙөү менән шөғөлләнергә, күп нәмәне онотоп торорға тура килә. Баштараҡ титулдар, чемпион исеме юҡ ине әле, ғаиләлә аҡса яғы наҡыҫыраҡ булғас, әсәйемә ярыштарға билеттар алыуы ауырыраҡ була торғайны, әммә ул тырышты. Тәүге эш хаҡымды ала башлағас, финанс яғынан хәлдәр еңеләйҙе. Ауырлыҡтар миндә оло сабырлыҡ, эшһөйәрлек кеүек сифаттарҙы тәрбиәләне, тип әйтергә мөмкин. Талантың булып та, түҙемлелек, тырышлыҡтан башҡа уңышҡа өлгәшеп булмай.
– Һин бит «Тамыр» телеканалының «Бирешмә» премияһына ла лайыҡ булғайның...
– Эйе. Был премияға документтарҙы һәм ғаризаны әсәйем менән апайым миңә әйтмәй генә ебәргән. Бер көндө «Тамыр» телеканалы хеҙмәткәрҙәре шылтыратып: «Һин спорт буйынса «Бирешмә» премияһына лайыҡ булдың, «Башҡортостан» концерт залына бүләкләү тантанаһына саҡырабыҙ», – тигәс, аптырап киттем, уйламағанда бик ҡыуаныслы ваҡиға булды ул.
– Әле ниҙәр менән шөғөлләнәһең?
– Әйткәндәй, уҡырға яратам, айырыуса фантастика оҡшай. Медицина, психология темалары ҡыҙыҡ. Музыканан рокты яратам.
Токиолағы паралимпиаданан һуң бер аҙ ял итеп алғас, яңынан күнекмәләргә тотонорға торам. Яңы ярыштарға әҙерләнергә кәрәк. Әлеге ваҡытта Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге мәктәбендә шөғөлләнәм. Унда шарттар бик яҡшы. Рәсәйҙәге иң шәп бассейндарҙың береһе. Шулай уҡ Өфө медицина колледжының III курсында массажсыға уҡып йөрөйөм. 2022 йылда тамамлаясаҡмын. Унда бик һәйбәт коллектив эшләй. Спорт менән шөғөлләнеүемә аңлап ҡарауҙары өсөн рәхмәтлемен. Дәрес ҡалдырырға тура килә, әммә барыбер иптәштәремде ҡыуып етәм, уҡыу буйынса улар тапшырғанды тапшырып ҡуям. Кураторым Анастасия Бакироваға, массаж буйынса уҡытыусым Радмир Фазлетдиновҡа, Альберт Әсәҙуллинға айырым рәхмәт әйтеп китер инем.
– Уҡыусыларға ниндәй теләктәрең бар?
– Балаларға бәләкәйҙән спорт менән дуҫ булырға кәңәш итер инем. Тәүҙәрәк бер ни ҙә килеп сыҡмаһа ла, түҙһендәр, ташлап ҡуймаһындар, артабан шөғөлләнһендәр. Сөнки спортта, бүтән өлкәләрҙә лә уңышҡа ирешер өсөн тырышлыҡ һәм ныҡышмаллыҡ кәрәк. Атай-әсәйҙәргә балаларын спорт секцияларына ҡурҡмай биреүҙәрен, талапсаныраҡ булыуҙарын теләйем.
– Яҡынлашып килгән Республика көнө уңайынан Башҡортостан халҡына ҡотлау һүҙҙәреңде лә еткер әле.
– Барығыҙҙы ла Республика көнө менән ҡотлайым. Киләсәгебеҙ яҡты, күк йөҙө һәр саҡ аяҙ булһын. Әлеге пандемия осоронда кешеләр һаҡланһын, ауырымаһын ине. Әлбиттә, яҡшы кәйеф теләйем. Башҡортостан менән ғорурланам. Республика етәкселегенә рәхмәт, беҙгә ярҙам итәләр.
– Ихлас яуаптарың өсөн ҙур рәхмәт һиңә, Илнур! Киләсәктә лә рух ныҡлығы, төрлө һынауҙар алдында бирешмәүеңде, спортта тағы ла еңеүҙәр менән ҡыуандырыуыңды теләйбеҙ.
Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА
һөйләште.
Һүрәттә: Илнур Ғарипов тренеры Хәлил Шаммасов һәм
әсәһе Зөлфиҙә Хәйҙәр ҡыҙы менән.
Паралимпия уйындарында алтын миҙал яулаған спортсыларыбыҙ –
Илнур Ғарипов, Анна Крившина, Дарья Пикалова һәм Владимир Сотников.