+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Август 2018, 13:24

Чудовҡа алмаш үҫә

Саңғы-роллерҙарҙа йөрөгән малай, ҡыҙҙарҙы күргәнегеҙ бармы? Ауылда йәшәүселәр өсөн ят күренеш булһа, ҙур ҡалаларҙа был спорт төрө менән шөғөлләнеүселәрҙе йыш осратырға мөмкин. Ә бына Өфө районының Шамонин ауылында йәшәүсе балалар был йә­һәттән бик бәхетле. Мәктәптә өсөнсө йыл инде саңғы секция­һы уңышлы эшләп килә, Айгөл Әүхәт ҡыҙы Хәкимова етәкләй уны.

Был спорт төрө менән бик те­ләп шөғөлләнә малайҙар, ҡыҙ­ҙар. Хатта балаларын Өфөнән үҙҙәре килтереп, күнекмәләргә йөрөтөргә әҙер ҡайһы бер ата-әсәләр. Шулай булмай, һөҙөмтәләр ҙә шәп бит! Бер ярыштан да призлы урын алмай ҡайтмайҙар.
Ҡышын – саңғыларҙа, йәй көндәре саңғы-роллерҙарҙа күнекмәләр уҙғарыла. Аҙнаһына 5 – 6 көн арымай-талмай ярыштарға әҙерләнә йәш спортсылар. Тренерҙары бик талапсан шул. Быйыл, мәҫәлән, саңғысылар йәйге каникул мәлендә ике аҙна ғына ял итеп өлгөрҙө. Ни эшләйһең инде, улар бит буласаҡ профессионалдар!
– Шунһыҙ һөҙөмтәләр күрһәтеп булмай, тир түкмәй, күнекмәләр уҙғармайынса ғына чемпиондар әҙерләү мөмкин түгел, – ти Айгөл Әүхәт ҡыҙы.
Линар Хәзиәхмәтов, Илнар Хәкимов, Данияр Хәйретдинов, Руслан Кәримов, Арыҫлан Мәүлийәров, Арыҫлан Әхмәҙиев, Линар Рәхмәтов, Фәзилә Сәйетбатталова, Яна Лунегова, Ульяна Бунакова һәм башҡаларға өмөтө ҙур тренерҙың.
– Күнекмәләргә, ярыштарға йөрөү беҙгә бик оҡшай. Киләсәктә билдәле саңғысы йәки биатлонсы булғыбыҙ килә, – ти бер тауыштан йәш спортсылар.
Шамонин саңғысылары өсөн һәйбәт шарттар ҙа булдырыл­ған. Мәктәп бинаһында улар­ҙың үҙ мөйөштәре – саңғы базалары бар. Роллерҙарҙа шө­ғөлләнеү өсөн ауыл буйлап һалынған асфальт юл булһа, кросс өсөн урман эсендә махсус трасса эшләнелгән.
Йәш спортсылар бының менән генә сикләнеп ҡалмай. Йәйен-ҡышын улар өсөн бер аҙналыҡ йыйындар ойошторола. Өфөлә урынлашҡан «Биатлон» спорт-һауыҡтырыу комплексында үтә улар. Йәйге биатлон буйынса донъя чемпионкаһы, комплекстың өлкән тренеры Евгения Юрьевна Михайлова Шамонин саңғысыларын үҙ ҡанаты аҫтына ала. Ҡыҙҙар, малайҙар саңғы-роллерҙарҙа ғына күнекмәләр яһап ҡалмай, ысын биатлон мылтыҡтарында сәпкә атырға өйрәнә.
Уҙған ял көндәрендә тап «Биатлон» комплексында 2004 – 2006 йылғылар һәм унан кесерәк йәштәге спортсылар араһында биатлон буйынса Башҡорт­остан беренселеге уҙғарылды. Тәүге көн – кросс, икенсе көн роллерҙарҙа ярыштылар. Шамониндар һынатманы. Кроста Данияр Хәйретдинов – икенсе, Руслан Кәри­мов өсөнсө урындарҙы яуланы. Ә рол­лерҙа Линар Хәзиәхмәтов бронза миҙал алды. Республика кимәлендә бик һәйбәт күр­һәткес, шулай бит?
Ныҡышмал да, шәп тә был саңғысылар араһынан киләсәктә Рәсәй, донъя кимәлендәге чемпиондар сығасағына өмөт һәм ышаныс ҙур. Тимәк, Чудов, Бабиковтарға алмаш үҫә, әҙерләнә инде.
Булат ХӘЙРЕТДИНОВ.
Өфө районы.
Читайте нас: