Шуныһы күңелде борсой: руль артында ултырыусыларҙың юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәмәүҙәре арҡаһында бер ғәйепһеҙ балалар һәләк була. 2017 йылда республикабыҙҙа 16 йәшкә тиклемгеләр ҡатнашлығында 447 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Унда 13 баланың ғүмере өҙөлгән, 466-һы тән йәрәхәттәре алған. Үткән йылға ҡарағанда, фажиғәләр 6,2 процентҡа артҡан.
«Балаларға – автокресло!» тип аталды беҙҙең балалар баҡсаһында үткәрелгән акция. Ул кескәй пассажирҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм балалар хәүефһеҙлеген тәьмин итеүсе ҡорамалдар ҡулланыуҙы популярлаштырыуға йүнәлтелде. Тағы ла акция юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙы алдан иҫкәртеү сараһы ла булып торҙо. Был көндө уҡыусылар руль артында ултырыусыларға үҙҙәре алдан әҙерләп ҡуйған хаттарын тапшырып, юл ҡағиҙәләрен үтәргә саҡырҙы.
Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтенә ярашлы, «12 йәшкә тиклемге баланы йөрөткәндә автотранспорт баланың ауырлығына, буйына тап килгән махсус яйланмалар ҡулланып, хәүефһеҙлек ҡайыштары йә иһә транспорт сараһы конструкцияһында ҡаралған башҡа хәүефһеҙлек әйберҙәре менән йыһазландырылған булырға тейеш».
Баланы автомобилдә йөрөтөүҙең иң хәүефһеҙ ысулы – уның буйына һәм ауырлығына тап килгән автокресло ҡулланыу. Бәрелешкәндә йә иһә башҡа киҫкен хәрәкәт яһағанда ул бәләкәй пассажирҙы имгәнеүҙән, төрлө тән йәрәхәте алыуҙан һаҡлай.
Акция барышында биш автомобиль йөрөтөүсенең тик берәүһендә генә автокресло бар ине. «Ни өсөн балалар хәүефһеҙлеген тәьмин иткән ҡорамалдарҙы ҡулланмайһығыҙ?» тигән һорауға ата-әсәләр автокреслоның салонда күп урын алыуына йә уның бөтөнләй өйҙә онотолоп ҡалыуына һылтанды. Бына шулай вайымһыҙ булыу бәлә-ҡазаға килтерә лә инде. Өлкәндәр, автокреслоның балалар хәүефһеҙлеге өсөн бик мөһим әйбер икәнен хәтерегеҙҙән сығармаһағыҙ ине.
Ләйсән МОНАСИПОВА, уҡытыусы.
Баймаҡ районы, Ишмырҙа мәктәбе.