Ер ҡарҙан әрселеү менән мотоцикл, квадроциклдарҙа тегеләй, былай елдереүсе балалар күренә башлай. Улар был транспорттарҙы күңел асыу сараһы тип ҡабул итһә лә, ата-әсәләр ҡиммәтле бүләктәрҙең хәүефле икәнен дә онотмаҫҡа тейеш.
Йыл башынан ғына мототранспорт менән идара иткән 8 үҫмер зыян күргән. Ә Белорет районы Тирлән ауылындағы булған хәл, моғайын, күптәрегеҙҙе уйланырға мәжбүр итер. Үҫмер ҡыҙға бүләк ителгән квадроцикл күңелһеҙ эҙемтәләргә алып килә. Аварияға эләгеп, Дарья Прусакова аяҡһыҙ ҡала. Квадроциклға бәрелгән «Лада Приора» машинаһындағы водитель эскән килеш ултырған була.