Уның барышында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре балаларҙың юл ҡағиҙәләрен үтәүе, өлкәндәрҙең автомобилдәрҙә улдары, ҡыҙҙарының хәүефһеҙлеген һаҡлап, автокреслола йөрөтөү-йөрөтмәүен дә тикшерәсәк. Йәйгеһен күптәр скутер, велосипед, роликтарҙа йөрөй. Уҡыусылар һаҡ булһындар ине. Шулай уҡ тәүлектең ҡараңғы ваҡытында кейемдә, биштәрҙә яҡтылыҡты сағылдырыусы элементтар булырға тейешлеген дә онотмайыҡ.
«Иғтибар, балалар!» иҫкәртеү акцияһы 7 июнгә тиклем дауам итә. ЮХХДИ инспекторҙары балалар араһында аңлатыу эштәре алып барасаҡ.
Алда йәйге каникул, тимәк, атай-әсәйҙәр эштә, балалар күберәк урамда уйнай. Ҡалаларҙа ғына түгел, ауылдарҙа ла хәҙер машиналар гөжләп тора, шулай булғас, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотмағыҙ. Юл ситендә уйнамағыҙ. Кескәй туғандарығыҙға ла быны аңлатығыҙ. Күңелһеҙ ваҡиғалар һеҙҙе урап үтһен, тиһәгеҙ, үҙегеҙгә лә һаҡланыу сараларын күрергә кәрәк.