Эйе, элек юлда йөрөгәндә уларҙы ҡулланмай торғайнылар, бөтөнләй юҡ инеләр. Әммә заманалар үҙгәрә. Бөгөн автомобилдәр күбәйҙе. Юл-транспорт фажиғәләре тураһында көн дә ишетелеп тора. Берәй авария була ҡалһа, балаларҙың автокреслола ултырыуҙары күп бәләнән ҡотҡарып ҡалыуы тураһында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре иҫкәртеп тора. Һаман да быны аңламаусылар бар. Ҡайһы бер ата-әсәләр бәләкәстәрен алдарына ултыртып йөрөүҙәрен дауам итә. Йә булмаһа юл хәрәкәте инспекторҙары тикшергәндә генә автокреслола йөрөтөүселәр осрай. Балаларҙың хәүефһеҙлеген уйлап та бирмәйҙәр.
Яңыраҡ Өфөлә бер атай иҫерек килеш юғары тиҙлектә автомобилендә ағасҡа барып бәрелә, беренселә уҡыған улының ғүмере ҡыйыла... Малайын автокреслоға ултыртмаған булған... Ниндәй ҡайғы! Ниндәй аңһыҙ үлем. Ниңә атайҙар эскән килеш руль артына ултыра икән? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ундайҙар бихисап: рейдтар ваҡытында әллә күпме иҫерек тотолоп, штраф һалына.
Әле бына уҡыуҙар башланды. Уҡыусылар, һәр ваҡыт юл ҡағиҙәләрен үтәргә, мәктәпкә барғанда хәүефһеҙерәк юлды һайларға кәрәк. Юл аша сыҡҡанда, һеҙҙең өсөн светофорҙың йәшел уты янһа ла, тәүҙә машина килмәүенә инанығыҙ. Тәүлектең ҡараңғы ваҡытында кейемегеҙҙә йәки портфелегеҙҙә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар булырға тейеш. Был водителдәргә һеҙҙе йыраҡтан уҡ күрергә мөмкинлек бирәсәк.
Әйҙәгеҙ, юлда иғтибарлы булайыҡ, һаҡланып ҡына йөрөйөк. Өлкәндәр кескәйҙәргә өлгө күрһәтһен ине. Бигерәк тә юл аша сыҡҡан саҡта.