+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Светофор
19 Ноябрь 2019, 17:40

Ашыҡмағыҙ юлдарҙа!

Мәскәүҙә Йәш юл хәрәкәте инспекторҙарының Бөтә Рәсәй форумы бара.

Ул «Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге» федераль проекты сиктәрендә үтә. Сарала Башҡортостандан Өфөләге 160-сы лицейҙың йәш инспекторҙар отряды ҡатнаша. Форумдың маҡсаты, әлбиттә, балаларға юл йөрөгәндә үҙ-үҙәңде тотоу тәртибен аңлатыу, тәжрибә уртаҡлашыу.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, водителдәр йәки йәйәүлеләр юл ҡағиҙәләрен еренә еткереп үтәмәгәнлектән, фажиғәле хәлдәр булып тора, йәп-йәш ғүмерҙәр өҙөлә. Юл хәрәкәтендә ҡатнашыусы һәр кем ашыҡмай, ҡағиҙәләрҙе үтәп кенә йөрөһә ине. Бына бөгөн дә Өфөлә 13 йәшлек ҡыҙҙы светофорҙың йәшел утына юл аша сыҡҡанында машина бәргән. Уҡыусы тән йәрәхәттәре менән дауаханаға һалынған. Хәҙер йәйәүлеләр өсөн йәшел ут янғанда ла тирә-яғыңды ҡарап ҡына юл аша сығырға кәрәк. Ә иҫерек килеш руль артына ултырып тотолған водителдәрҙең күплеге бөтөнләй аптырата, уларҙан ни көтмәк кәрәк?
Читайте нас: