+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Светофор
31 Ғинуар 2020, 17:05

500 һум урынына 3 мең штраф

Юстиция министрлығы тиҙлекте арттырған өсөн водителдәргә штрафты арттырырға тәҡдим итә.

Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында яңы кодекстың проекты баҫылған. Тиҙлекте 20 – 40 километрға арттырған өсөн штраф 500 һумдан 3 меңгәсә күтәрелеүе бар. 40 – 60 километрға арттырһаң, 4 мең буласаҡ. Әгәр был ҡабатланһа, штраф 10 меңгә тиклем барып етәсәк һәм бер йылға водитель танытмаһынан ҡолаҡ ҡағасаҡһың. "Шумахерҙар" әҙер булығыҙ..
Юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, тиҙлекте арттырмағыҙ, дуҫтар!
Читайте нас: