+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Светофор
25 Февраль 2020, 12:33

Өҙөлмәһен юлда ғүмерҙәр

Юл-транспорт ваҡиғаларында һәләк булыусылар һаны буйынса уҙған йылда республика илдә дүртенсе урынды биләгән.

2019 йылда юлдарҙа 469 кешенең ғүмере өҙөлгән, 5 мең 441-е төрлө йәрәхәттәр алған. Баш автоинспектор Динар Ғилметдинов белдереүенсә, һәләкәттәрҙең 45 процентын автомобилдәрҙең бәрелешеүе тәшкил итә. 29 проценты – йәйәүлеләрҙе тапатыу менән бәйле. 385 машина юл ситенә ауған.
Иҫерек килеш руль артына ултырыусыларҙың күплеге аптырата. Былтыр уларҙың ғәйебе менән 391 юл-транспорт фажиғәһе булған. 88 кешенең ғүмере өҙөлгән. Сентябрҙә Өфөлә бер иҫерек атайҙың I синыфта уҡыған балаһы менән машинала ҙур тиҙлектә ағасҡа барып бәрелгәнен иҫләйһегеҙҙер. Махсус автокреслоға ултыртыу түгел, ҡайыш менән дә эләктерелмәгән малай, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк була. Өлкәндәр тарафынан ниндәй яуапһыҙлыҡ!
Йәйәүлеләр ҙә юл ҡағиҙәләрен боҙа. Йыш ҡына рөхсәт ителмәгән урындан юл аша йүгереп, тәгәрмәс аҫтында ҡалалар. Тиҙлек режимын боҙоу, боҙлауыҡ арҡаһында ла автоһәләкәттәр булып тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көн һайын тиерлек ҡот осҡос фажиғәләр тураһында ишетәбеҙ. Әле йыл башынан да күпме кеше һәләк булды. Улар араһында балалар ҙа бар. Ҡайһылары йәтим ҡалды...
Юлдарҙа ғүмерҙәр өҙөлмәһен ине. Фажиғә булмаһын өсөн һәр кем үҙ өлөшөн индерһен. Атайҙар эскән килеш рулгә яҡын бармаһын, тиҙлек режимын һаҡлаһын, юлда ашыҡмаһын. Балаларҙы автокреслоға ултыртыу мотлаҡ. Беҙ, йәйәүлеләр ҙә, һаҡ булайыҡ, юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәйек.
Читайте нас: