+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Светофор
15 Август 2020, 12:20

Иҫерек водитель үлем менән янай!

Көн һайын береһенән-береһе ҡурҡынысаҡ юл-транспорт фажиғәләре тураһында ишетәбеҙ.

Кисә Өфөлә Тойота руле артында ултырған 20 йәшлек ҡыҙ светофорҙың йәшел утына юл аша сығып барған 6 йәшлек бала менән әсәне бәрҙергән. Видеонан күренеүенсә, водитель светофорҙы бар тип тә белмәй, юл ҡағиҙәләрен һанға һуҡмай. Ярай әле әсәле-ҡыҙлы йәйәүлеләр тәгәрмәс аҫтында ҡалмаған... Әле улар дауаханала.
Йәйәүлеләр өсөн йәшел ут яна, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тыныс ҡына юл аша сығырмын, тимә. Сөнки һуңғы ваҡытта водителдәрҙең үҙҙәрен юлдарҙа нисек тотоуы ныҡ хәүефкә һала. Улар өсөн бер ниндәй ҡанун да юҡ, тиерһең. Бигерәк тә иҫерек килеш руль артына ултырыусылар аптырата. Күп осраҡта улар водитель танытмаһын ошо сәбәпле күптән алдырған булып сыға. Был, әлбиттә, фажиғәле юл-транспорт ваҡиғаһы булғандан һуң асыҡлана. Танытмаһыҙ, иҫерек килеш... Хәҙерге заманда светофорҙың йәшел утына ла ышаныс бөттө булып сығамы инде!? Йәшел яныу менән, тирә-яғыңа ҡат-ҡат ҡарап, эскән йә бер кемде лә һанға һуҡмаған водитель ултырған машина килмәйме, тип мотлаҡ бөтәһенең дә туҡтағанын көтөп торорға кәрәк. Автоинспекторҙар аҙна һайын әллә күпме эскән килеш руль артына ултырыусыны тота, иҫкәртә. Нисек был мәсьәләнән сығыу юлдарын табырға?
"Һәр автомобилгә шундай прибор ҡуйырға кәрәк, эскән кеше салонға инеү менән, еҫен һиҙеп, машиналағы бөтә нәмә бикләнһен, ҡабындырырлыҡ булмаһын". Янымдағы бер бәләкәй әңгәмәсем шулай тине аптырағас. Тик ундай роботтымы, системанымы бер кем дә уйлап сығармаған шул әле...
Читайте нас: