+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Светофор
29 Сентябрь 2020, 16:30

"Хәүефһеҙ юл. Көҙ2.0" акцияһы бара

Өфөлә "Хәүефһеҙ юл. Көҙ 2.0" профилактик акцияһы бара. Ул 18 ноябргә тиклем дауам итәсәк. Уҡыусылар өсөн төрлө конкурстар ҙа ойошторола.

Дәүләт автоинспекцияһы һәм Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре үҫмерҙәрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәүенә йүнәлтелгән рейдтар, онлайн-дәрестәр үткәрәсәк. Бик ҡыҙыҡлы конкурстар әҙерләнгән. Уларҙың һәр береһе менән ошо адрес буйынса үтеп танышырға һәм ҡатнашырға мөмкин: https://ufa-edu.ru/education/additional-training-and-education-cl-issues/profilaktika-detskogo-dorozhno-transportnogo-travmatizma. "Ҡайышыңды эләктер! Ғүмереңде һаҡла!" тигән видеороликтар конкурсы, "Водителгә хат" акцияһы, "Йәйәүле һәр ваҡыт хаҡмы?.." cоциаль роликтар бәйгеһе - һәр сара фәһемле һәм тәрбиәүи әһәмиәткә эйә.
Иң яҡшы эштәр авторҙарына диплом, бүләктәр тапшырыласаҡ. Йомғаҡлау онлайн форматта үтәсәк.
Читайте нас: