+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Светофор
26 Ғинуар 2021, 15:59

«Хәүефһеҙ юл.2.1» акцияһы башланды

Өфөлә «Хәүефһеҙ юл.2.1» дөйөм ҡала акцияһы старт алды. Уны ҡала хакимиәте эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы менән берлектә ойоштора.

Был акция 25 ғинуарҙан алып 2 мартҡа тиклем үтәсәк. Уның барышында дәүләт автоинспекцияһы, йәмәғәтселек хәүефһеҙлеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре иҫкәртеү рейдтары ойошторасаҡ, белем биреү учреждениелары уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре «Пассажир һәм автокресло дуҫлаша», «Минең хәстәрлекле әсәйем», «Юл әлифбаһы» кеүек конкурстарҙа ла ҡатнаша ала. Шулай уҡ йәш инспекторҙар отрядтары ҡала кимәлендә үткән «Хәүефһеҙ юл» шаттар һәм тапҡырҙар клубында ла сығыш яһаясаҡ. Барлыҡ теләүселәр «Бергә булғанда хәүефһеҙ» челенджына, «Үҙем беләм, икенсене лә өйрәтәм» онлайн бейеү флешмобына ла ҡушыла ала. Иң күп лайыҡ йыйған һәм ҡаралған үҙенсәлекле видеояҙмалар, яһалған әйберҙәр, социаль реклама авторҙарын, шулай уҡ иң әүҙем ата-әсәләр, балаларҙы Өфө ҡала хакимиәтенән бүләк тә көтә, дипломдар ҙа тапшырыласаҡ.
Читайте нас: