Башҡортостаныбыҙ – бейек ғорур тауҙар, киң йылға-күлдәр, шишмәләр, ҡалын, ҡуйы урмандар, яландар, хуш еҫле сәскәләр, хайуандар иле.
Яҙыусы, шағирҙар беҙҙең мөғжизәле төбәкте нисек кенә итеп һүрәтләмәй! Йәшәгән еребеҙ иҫ киткес йәмле, матур шул. Тик бына ошо гүзәллекте, хозурлыҡты юҡҡа сығара, бөтөрә башланыҡ. Үҙебеҙҙе йыртҡыстарса тотоп, тирә-яҡ мөхитебеҙҙе емереүҙе дауам итәбеҙ. Күпме ағастарҙы ауҙарабыҙ, сүп-сар ташлайбыҙ, һыуҙарыбыҙҙы ағыулайбыҙ. Ут менән һаҡһыҙ мөғәләмә итеп, янғындар сығарабыҙ. Шунан тәбиғәт нисек асыуланмаһын инде?! Төрлө бәләләрен сығарып ҡына тора. Ҡурҡыныс дауылдарын ебәреп, холҡон күрһәтеп ала. Ә беҙ, кешеләр, бер ни аңламайбыҙ. Күпмелер ваҡыттан һуң тәбиғәтебеҙ юҡҡа сығып ҡуйһа, нимә эшләрбеҙ?
Ер йөҙөндә бөтәһе лә насар уйлы, йөрәкһеҙ түгел, әлбиттә. Тормоштоң иртәгеһен уйлап, борсолоп, ярҙам итергә тырышыусылар ҙа бар.
Донъялағы бөтә әҙәми заттар ҙа тирә-яғыбыҙға шулай битараф ҡыланмаһа, был бәләне туҡтатып булыр ине. «Урал батыр» эпосын ғына алғанда ла, Урал үлем хәленә еткәс, тере, тылсымлы һыуҙы эсер урынына тирә-яҡҡа һипкән, кешелектең киләсәген, тормошон уйлаған, тәбиғәтте ҡотҡарған.
Шуға күрә, дуҫтар, тәбиғәтте рәнйетмәйек, бөтөрмәйек, һаҡлайыҡ, ярҙам итәйек һәм һәр саҡ ихтирам күрһәтеп, ҡәҙерләп йәшәйек.
Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.