Һөнәр эйәләре араһында үҙ эшенә мөкиббән китеп, бар ихласлыҡтарын һалып тырышҡандар күп. Шундай уҡытыусылар менән дә йыш ҡына осрашып танышырға тура килә. Улар дәрестәрҙән һуң да уҡыусылары янында: балаларҙың белемен тағы ла тәрәнәйтеү өсөн төрлө эштәр менән шөғөлләнә. Республика инженер интернат-лицейының география уҡытыусыһы Асия Әхмәтова ла тап шундайҙарҙан. Дәрестәре лә ҡыҙыҡлы үтә уның. Географияны бик ярата уҡыусылары. Әммә Асия Шәрифйән ҡыҙы бының менән генә сикләнмәй. Үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнап, әллә ни уңышҡа өлгәшеп булмай бит. Республика, ил кимәлендә төрлө конкурстар ойошторолоп тора, ҡатнашырға кәрәк, балалар үҙҙәренең белем кимәлен дә белеп ҡала, тәжрибә лә туплай.
Быйыл лицей уҡыусылары олимпиада хәрәкәтенә ихлас ҡушылған. Башҡорт дәүләт университеты ойошторған география аҙналығында ҡатнашып, ошо фән буйынса бәйгелә IX cиныфтан Богдан Миңлеғәлин менән Динислам Рәхмәтуллин һәм VIII синыфтан Тамерлан Әфләтүнов призлы урындар алған. 50 уҡыусы географик диктантта ҡатнашҡан. Ә экологияға бағышланған «Тәбиғәт өсөн минең тауышым» төбәк квест-уйынында лицей командаһы II урын яулай. Географияны яратып өйрәнеүселәр Асия Шәрифйән ҡыҙы менән 1 – 2 аҙнаға бер тапҡыр практик дәрестәргә БДУ-ға һәм БДПУ-ға ла йөрөй. Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы Урман музейына барғандар.
Фәнни эштәр яҙыу менән дә шөғөлләнәләр. Әле Һыу көнөнә ҡарата конкурсҡа 7 уҡыусы доклад әҙерләй. ЮНЕСКО үткәрәсәк бәйгегә иһә инглиз телендә яҙылған иң яҡшы 3 проект һайлап алынасаҡ. Әйҙәүсе генә булһын, балалар тау аҡтарырға әҙер. Ана, Булат Тереғолов менән Камил Дәүләтҡолов «Йәйәүле туризм» түңәрәге етәксеһе Марат Ғәйфуллин менән бергәләп тикшереү эше үткәрә: кристалл үҫтерәләр.
Әлбиттә, республика инженер интернат-лицейында географияны яратыусы балалар күп булыуын Рәсәй география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһендә лә беләләр һәм үҙҙәренең йәмғиәтенә инергә тәҡдим итәләр. Һөҙөмтәлә, яңыраҡ ҡына уларҙың был лицейҙа «Алмаш» тигән тәүге үҫмерҙәр клубы барлыҡҡа килде. Координаторы – Асия Әхмәтова.
– Беҙҙең маҡсат – үҫмерҙәрҙе илдең географияһын, тарихи һәм мәҙәни мираҫын өйрәнеүгә саҡырыу. Ижади йәштәр фәнни эҙләнеүҙәр өҫтөндә лә эшләйәсәк. Эш планы төҙөп ҡуйҙыҡ инде. Рәсәй география йәмғиәтенең төбәк етәксеһе Камил Йыһаншин менән осрашыу үткәрәсәкбеҙ. Ә көндәр йылытҡас, «Шихандар» акцияһында ҡатнашасаҡбыҙ, Торатауға, Йөрәктауға барасаҡбыҙ, – ти Асия Шәрифйән ҡыҙы.
Үҫмерҙәрҙә тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү буйынса ла ҙур эш башҡара был лицей. Рәсәйҙең бүтән төбәктәрендә лә беҙҙең башланғысты күтәреп алып, үҙҙәрендә лә ошондай үҫмерҙәр клубы асырға теләүселәр бар.