+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
7 Сентябрь 2018, 16:09

Эсәр һыуҙар ҙа ҡороһа, донъябыҙҙан ни ҡалыр?

Кешенең һыуға ихтыяжлығы, кислородтан ҡала, икенсе урында тора. Әҙәм балаһы аҙыҡһыҙ алты аҙна йәшәй алһа, һыуһыҙ – биш-ете тәүлек кенә. Тәндәге 2 генә процент һыу юғалһа, ныҡ сарсай башлайһың, 10 процентҡа етһә, кешелә галлюцинация башлана. Был кимәл 12 процент тәшкил итһә, аяғыңда үҙе аллы баҫып тора алмайһың, 20 процент булһа, ғүмер өҙөлә.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылға-күлдәребеҙ йылдан-йыл һайыға, бәләкәйләнә бара шул. Уларҙы һаҡларға, яҡларға кәрәк. Һыу – беҙҙең йәшәү сығанағыбыҙ, тормошобоҙҙоң нигеҙе.

Кешенең һыуға ихтыяжлығы, кислородтан ҡала, икенсе урында тора. Әҙәм балаһы аҙыҡһыҙ алты аҙна йәшәй алһа, һыуһыҙ – биш-ете тәүлек кенә. Тәндәге 2 генә процент һыу юғалһа, ныҡ сарсай башлайһың, 10 процентҡа етһә, кешелә галлюцинация башлана. Был кимәл 12 процент тәшкил итһә, аяғыңда үҙе аллы баҫып тора алмайһың, 20 процент булһа, ғүмер өҙөлә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылға-күлдәребеҙ йылдан-йыл һайыға, бәләкәйләнә бара шул. Уларҙы һаҡларға, яҡларға кәрәк. Һыу – беҙҙең йәшәү сығанағыбыҙ, тормошобоҙҙоң нигеҙе.
Тәнебеҙҙең бит 80 проценты унан тора. Фараз итеүҙәренсә, киләсәктә иң ҡиммәтле байлыҡ алтын-көмөштәр, нефть-газ түгел, ә ябай һыу буласаҡ. Күп илдәр быға асыҡ миҫал булып тора ла инде. Әйткәндәй, Африкала кемдәрҙер көндәр буйы дымлы ҡомда ҡаҙынырға мәжбүр. Иң ныҡыштары тәүлегенә ике литр тирәһе генә һыу табыу бәхетенә өлгәшә. Ҡайһы бер илдәрҙә бала-сағаға хәрәкәтле уйындар ойоштороу тыйыла, сөнки тирләп, организмындағы һыуҙы юғалталар. Ул яҡтарҙа эсәр һыу ямғырҙан һәм кокос һөтөнән генә алына.
Дүрт миллион кеше йәшәгән Гонконгҡа, мәҫәлән, эсәр һыу торба үткәргестәр аша Ҡытайҙан килә, танкер ҙа өҙлөкһөҙ ташый. Шулай уҡ Токио һыу­һауҙы даими тойоп йәшәй. Алжирға ла ул ситтән килтерелә. Яңы Зеландия Сәғүд Ғәрәбстанын һыу менән тәьмин итә, ә Норвегия Япония менән Голландияға һата.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы биргән мәғлүмәттәр буйынса, 3 миллиард кеше сифаты яҡшы булмаған һыуҙы сараһыҙлыҡтан эсә, шуның арҡаһында ауырыуҙар артҡандан-арта. Шуныһы ҡурҡыныс: һәр унынсы кеше бысранған һыу эсеү һөҙөмтәһендә төҙәлмәҫлек сиргә дусар була.
Эсәр һыу – иң ҙур байлығыбыҙ. Шул турала онотмаһаҡ ине. Уның күләме буйынса Рәсәй донъялағы алдынғы урындарҙың береһен биләй. Беҙҙең илдә йылға, күлдәр ҙә күп. Байкал күлендә генә донъялағы эсәр һыу запасының 20 проценты тирәһе тупланған. Шуның ҡәҙерен беләйек, дуҫтар!

Х. ХӘСӘНОВА.
Читайте нас: