+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
7 Сентябрь 2018, 16:11

Урман санитарҙары

Күптәрҙең урманда йә баҡсала ҡырмыҫҡаларҙы осратып, ҡыҙыҡ­һыныу менән күҙәтеп торғаны бул­ғандыр. Бәләкәй генә был бөжәктәр һәр ваҡыт ҡайҙалыр ашыға, оҙон һуҡмаҡтарҙан нимәлер ташый, иләүҙәре эргәһендә мәж килә.Ҡырмыҫҡаларҙы урман санитарҙары тип йөрөтәләр. Үҙҙәренә торлаҡ төҙөү өсөн улар ылыҫлы ағас­тарҙың энәләрен, ҡоро ағас ботаҡтарын, үлән һабаҡтарын ҡуллана. Һөҙөмтәлә, урман да таҙара. Тупраҡҡа ла ыңғай йоғонто яһайҙар: уны йомшарталар, кислород менән байыталар. Үлән орлоҡтарын ылыҫ араларына таратып, урмандың үҫемлек япмаһын да киңәйтергә өлгәшә улар.

Күптәрҙең урманда йә баҡсала ҡырмыҫҡаларҙы осратып, ҡыҙыҡ­һыныу менән күҙәтеп торғаны бул­ғандыр. Бәләкәй генә был бөжәктәр һәр ваҡыт ҡайҙалыр ашыға, оҙон һуҡмаҡтарҙан нимәлер ташый, иләүҙәре эргәһендә мәж килә.

Ҡырмыҫҡаларҙы урман санитарҙары тип йөрөтәләр. Үҙҙәренә торлаҡ төҙөү өсөн улар ылыҫлы ағас­тарҙың энәләрен, ҡоро ағас ботаҡтарын, үлән һабаҡтарын ҡуллана. Һөҙөмтәлә, урман да таҙара. Тупраҡҡа ла ыңғай йоғонто яһайҙар: уны йомшарталар, кислород менән байыталар. Үлән орлоҡтарын ылыҫ араларына таратып, урмандың үҫемлек япмаһын да киңәйтергә өлгәшә улар.
Ҡырмыҫҡалар урманды ҡарышлауыҡтарҙан һәм башҡа зарарлы ҡоротҡостар­ҙан да һаҡлай. Бер көн эсендә генә улар иләүҙәренә бер нисә мең бөжәк ташый, бер йылда был һан 20 миллионға барып етә. Уртаса ҡырмыҫҡа иләүендә йәшәүселәр – 0,25 гектар, олораҡ ҡырмыҫҡа иләүендәгеләр 1 гектарға тиклем урманды зарарлы бөжәктәрҙән азат итә.
Улар күс менән йәшәй, һаны, төрҙәренә ҡарап, 10 меңдән бер нисә миллионға тиклем етергә мөмкин. Йылы илдәрҙә 1 гектар ерҙә 20 миллионға яҡын ҡырмыҫҡа иҫәпләнә. Йәмәғәтсел бөжәктәр яңғыҙ ғүмер итә алмай. Ғәҙәти тормош өсөн уларға ундан да аҙ булмаған иптәш кәрәк. Ә иләүҙә иһә тормош көслө иерархияға ҡоролған, бар күс батшабикәгә буйһона.
Ҡырмыҫҡалар 3 кастаға бүленә: инә, ата һәм эшсе. Инә һәм ата бөжәктәр ҡанатлы булһа, эш­селәренеке – юҡ. Батшабикә күс­те ишәйтә, йомортҡа һала. Уны 10 – 12 эшсе тәрбиәләй, аҙыҡ ташый. Ғәҙәттә, бының менән йәш ҡырмыҫҡалар шөғөлләнә. Һәр береһе башта – батшабикәне, һуңынан йомортҡалар­ҙы тәрбиәләү осор­ҙары аша үтә. Аҙаҡтан аҙыҡ эҙләүселәр, ташыусылар рәтенә күсәләр.
Ҡарт ҡырмыҫҡалар мәғлүмәт һаҡлаусылар булып иҫәпләнә, ҡай­һы бер осраҡта иләү өҫтөндә күҙәтеүселәр булып хеҙмәт итәләр. Бөтә эшсе ҡырмыҫҡалар инә булып һанала, ләкин улар түлһеҙ. Ғүмер оҙонлоғо: батшабикә 15 – 20 йыл йәшәргә мөмкин, эшселәр – 8-10 аҙна тирәһе генә. Ата ҡырмыҫҡалар тоҡом сығарыуҙа ғына ҡатнаша.
Улар тураһында ҡы­ҙыҡлы мәғлүмәттәр шул тиклем күп. Ҡырмыҫҡалар яры ҡанатлыларҙан, һағыҙаҡ һәм бал ҡорттарының яҡын туғандары ла икән. Әле лә мирмицина кеүек төрҙәренең ярай­һы уҡ үҫешкән ҡаяуы бар.
Донъяла ҡырмыҫҡаларҙың 12 меңләп төрө бар, күптәре тропиктарҙа таралған. Ер йөҙөндә йәшәгән бар хайуандар биомассаһының 20 процентын тәшкил итә.
Ҡырмыҫҡалар иҫ киткес көскә эйә, хатта үҙҙәренән 7 тапҡыр ауырыраҡ әйберҙе күтәрә алалар.
Араларында әрәмтамаҡ төрҙәре лә була, улар башҡа иләүҙәргә баҫып инә. Әсиргә эләккәндәрҙән ҡол яһайҙар. Донъяла 3 мең ҡырмыҫҡа төрө «илбаҫар» булып һанала.
Бер ҡырмыҫҡа иләүенән һу­ҙыл­ған һуҡмаҡтарҙың дөйөм оҙонлоғо 1 саҡрымға саҡлы етә. 7 саҡрымға тиклем булғандары ла осрай.
Һуҡмаҡтарҙы улар феромондар – химик матдәләр ярҙамында билдәләй. Ғалимдар фаразы буйынса, иләүгә кире юлды табыр өсөн был бөжәктәр ҡатмарлы математика закондарын да ҡуллана икән.
Ҡырмыҫҡаларҙы өйрәнеүсе фән мирмекология тип атала. Уға нигеҙ һалыусы тип энтомолог Эрих Васманн һанала.
Ҡырмыҫҡаларға бәйле һынамыштар ҙа күп. Халыҡ әйтеүенсә, әгәр ҙә ҡырмыҫҡа ҡанат­лан­һа, ямғырҙар көтөлә. Беренсе ҡар бөртөктәре ергә төшөп тә, улар һаман иләүҙәрендә күренһә, әле генә ҡар ятмаясаҡ.
Белдегеҙме инде: тәбиғәтебеҙгә хатта бәләкәй генә ҡырмыҫҡа ла ниндәй ҙур файҙа килтерә.

Азамат БАЙРАМҒӘЛИН,


Көньяҡ Урал дәүләт тәби­ғәт ҡурсаулығы методисы.

Белорет районы.
Читайте нас: