Мәктәптән һуң кем булырға? Был һорау һәр береһен борсой. Сөнки ошо һайлауҙан кеше яҙмышы хәл ителә. Тимәк, оло тормошҡа яуаплы аҙым яһала, шуға ла ул ҡыйыу һәм тәүәккәл, ныҡ итеп уйланылған булһын ине. Һөнәр һайлағанда үҙеңдең ҡыҙыҡһыныуҙарыңа, яратҡан шөғөлдәреңә таянырға кәрәк. Иң мөһиме, һинең ҡарарың аңлы рәүештә һәм үҙ аллы ҡабул ителергә тейеш. Шул саҡта ғына һайланған һөнәр ҡәнәғәтлек тойғоһо уятасаҡ, үҙеңде күрһәтергә, уңыш яуларға, үҫергә булышлыҡ итәсәк. Әгәр ҙә һеҙ тәбиғәт ҡосағында, асыҡ һауала ваҡыт уҙғарырға яратһағыҙ, тирә-яҡты өйрәнеү оҡшаһа, түбәндәге һөнәрҙәр менән танышып сығығыҙ әле. Бәлки, күңелегеҙгә оҡшағанын тап итерһегеҙ.
Биолог. Ер йөҙөндәге бөтә тере организмдарҙы өйрәнеүсе белгес. Был – бик киң йүнәлешле һөнәр. Мәҫәлән, ботаник – үҫемлектәр донъяһын, зоолог хайуандарҙы өйрәнеү менән шөғөлләнһә, микробиологияны һайлағандар бер күҙәнәкле организмдар менән эш итә. Ошоларҙы оҡшатҡандар өсөн биолог һөнәре бик тә ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс.
Эколог. Нисек кенә ғәжәп булмаһын, йәмғиәттең, фән һәм техниканың үҫеше һәм күбәйеүе тәбиғәткә ҡарата кире йоғонтоноң артыуына ғына килтерә. Әгәр ҙә Еребеҙҙең киләсәгенә битараф түгелһегеҙ икән, был һөнәр – һеҙҙеке.
Эколог һауа, һыу һәм тупраҡтың торошон тикшереү эштәре алып бара, төрлө экспертизалар менән шөғөлләнә. Шулай уҡ тирә-яҡты һаҡлауға йүнәлтелгән саралар өҫтөндә эшләй, уның алдында экологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, төрлө ойошмаларҙың эшмәкәрлеген экологик яҡтан тикшереү бурысы тора. Был һөнәр халыҡтың именлеге һәм һаулығы өсөн дә бик мөһим.
Географ. Һүҙ география фәне уҡытыусыһы тураһында ғына бармай. Географ төрлө тәбиғәт күренештәрен өйрәнә, быға тиклем кеше аяғы баҫмаған ерҙәргә сәйәхәт ҡыла. Был һөнәр эйәләре карта буйынса яҡшы йүнәлеш ала, үҙҙәре лә карта төҙөй.
География фәненең өйрәнеү өлкәләре һәм йүнәлештәре бик күп. Мәктәп курсын ғына иҫкә алһаҡ та: физик, сәйәси һәм бүтән география тармаҡтары. Шуға күрә башҡа фәндәрҙе лә яҡшы белеү зарур. Ҡыҙыҡлы йүнәлештәре иһә: геоморфология – Ер рельефының тарихын, биогеография – флора һәм фаунаны, гляциология Ер өҫтөндәге, гидросфера, атмосфера һәм литосфералағы боҙҙоң барлыҡҡа килеүен һәм уның төрҙәрен өйрәнеү менән мәшғүл.
Фотограф-натуралист. Хәҙерге заманда фотограф һөнәре айырым статус алды, тип әйтергә була. Һәр кем онотолмаҫлыҡ мәлдәрен фотола кәүҙәләндереп ҡалырға тырыша. Ә бына хайуандар һәм бөжәктәр һинең өсөн генә һынланып тормаясаҡ. Ҡырағай тәбиғәтте беҙҙең менән таныштырыу өсөн фотограф-натуралист һөнәре барлыҡҡа килгән дә инде.
Уның үҙенсәлеге булып ҡайһы берҙә килеп сыҡҡан экстремаль эш шарттары тора: ҡырағай хайуандар менән хәүефле осрашыу, насар һауа торошо, тирә-яҡтың рельефы. Әлбиттә, ваҡыттың күп өлөшөн аяҡ өҫтө уҙғарырға тура киләсәк. Шуға күрә физик яҡтан яҡшы үҫешкән, түҙемле һәм сәләмәт булырға кәрәк. Бөтә ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сыҡҡан осраҡта уңыш һәм билдәлелек яуларға була. Фотограф-натуралистар ярҙамында киң билдәле йәки кеше аяғы һирәк баҫҡан ерҙәрҙең фоторәсемдәрен генә түгел, ә ҡырағай хайуандарҙың серле тормошон, башҡа илдәрҙәге көнкүреште һәм экологик фажиғәләрҙе күҙәтә алабыҙ. Ә был һөнәр эйәләренең хыялы бер – National Geographic йәки Discovery телеканалдарында хеҙмәт итеү.
Урман хужалығы белгесе (лесничий). Алдан уҡ әйтеп китәйек, урмансы һәм урман хужалығы белгесе һөнәрҙәрен айырып ҡарау кәрәк. Урмансы урманды законһыҙ ҡырҡыуҙан һәм бысраныуҙан ҡурсалай, янғындарҙан һаҡлай. Ә урман хужалығы белгесе урмандың именлеген ҡайғыртыусы һәм ағас эшкәртеүсенең күҙәтеүсеһе булып тора. Шулай уҡ яңы ағастар ултыртыу йөгөн дә алып бара.
Тәбиғәт һөйөүселәргә һөнәрҙәрҙең бер өлөшө генә тәҡдим ителде. Улар бик күп, ә иң мөһиме – күңелегеҙгә ятҡанды һайлау. Барыр юлығыҙ уң булһын!
Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы методисы.