+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
7 Декабрь 2018, 15:15

Сел

Сел (рябчик) тураһында күптәрегеҙ ишетеп беләлер. Улар Евразия ҡитғаһының төньяҡ һәм уртаса бүлкәт урмандарында көн күрә.

Сел (рябчик) тураһында күптәрегеҙ ишетеп беләлер. Улар Евразия ҡитғаһының төньяҡ һәм уртаса бүлкәт урмандарында көн күрә. Ҡуйы аралаш һәм ылыҫлы урмандарҙа йәшәй, ҡайын, ерек, муйыл ағастары булған еүеш тупраҡлы урындарҙы үҙ итә. Күберәк йылғаға яҡын ерҙәрҙе һайлайҙар.

Сел тауыҡ һымаҡтар отрядына ҡарай. Күгәрсендән ҙурыраҡтар, бәләкәйерәк тауыҡҡа оҡшап торалар. Ауырлығы 500 грамдан артмай. Селде башҡа ҡоштар менән бутарлыҡ түгел. Һырты ҡара һыҙыҡлы көрән төҫтә булһа, ҡорһағы эре көрән таплы. Яурындары ерән төҫтә. Муйынының ике яғынан аҡ һыҙыҡ үтә. Ата ҡошто ҡара тимгеле аша айырып була. Күҙҙәре өҫтөндә ҡыҙыл ҡашы бар. Шулай уҡ был ҡоштарҙы башындағы бүркенән дә таныйһың.

Селдәрҙең йәйге һәм ҡышҡы йәшәү рәүеше айырыла. Йәй көндәре улар еләк, үлән орлоҡтары, бөжәктәр менән туҡлана. Төнгөлөккә ағастарҙың ҡуйы ботаҡтары араһына йәшеренәләр. Ҡышҡы ауыр, тупаҫ аҙыҡҡа әҙерләнеп, көҙ көнө сел ваҡ таштар йота. Нилектәнме? Был таштар аҙыҡты ваҡларға ярҙам итә. Ҡышҡыһын емде ағастарҙан эҙләйҙәр, ерек, ҡайын, уҫаҡ һәм төрлө ҡыуаҡтарҙың бөрөләре һәм йомшаҡ остары менән туҡланалар. Улар һыуыҡтан ҡасып, ҡарға күмелә, тәрән көрттә өң яһай. Аҙыҡ табыу өсөн генә бер нисә сәғәткә сығып, ҡарлы ояла 23 сәғәткәсә булырға мөмкиндәр.

Сел – ултыраҡ ҡош, ояһын ерҙә ҡора. Ҡыҙыл-көрән таптар менән ҡапланған 8 – 10 бөртөк һар­ғылт йомортҡа һала. Улар – моногам ҡоштар, ғүмерлеккә пар булдыралар. Әгәр ҙә инә ҡош һәләк булып ҡалһа, ата ҡош себештәрҙе тәрбиәләүҙе үҙ өҫтөнә ала.

Бына ошондай үҙенсәлекле ҡоштар бар беҙҙең яҡтарҙа.

Азамат БАЙРАМҒӘЛИН, Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы методисы.


Белорет районы.
Читайте нас: