Ул яҡтар – ысын мәғәнәһендә айыуҙар төбәге. Ҡурҡыныс булһа ла, умарталарҙы һаҡларға кәрәк. Ни тиһәң дә, бөрйәндәрҙең килеме шул шифалы балда. Йәй тырышмаһаң, ҡыш ҡыуанмаҫһың.
Ошонда Ғаян бал ҡорттарын күҙәтте. Ниндәй үҫемлектәрҙән айырыуса күп бал йыялар – фотоға төшөрөп, яҙып барҙы. Бигерәк тә йүкә күп унда. Ләкин башҡа сәскә-үләндәрҙе лә ярата бал ҡорттары. Шуларҙың үҙе белмәгән исемдәрен әсәһенән һорашып асыҡланы. Ул шифалы үләндәрҙән сәй әҙерләп, «Бал байрамы»нда килгән ҡунаҡтарҙы һыйлай. Ғәлиәкбәр мәктәбе директоры Сания Сабир ҡыҙының был башланғысына хәҙер башҡа белем усаҡтары ла ҡушылған. Киләсәктә матур ҡаптар яһатып, һатыуға сығарырға ла иҫәптәре юҡ түгел. Башҡортостандың 100 йыллығы уңайы менән Өфөгә фестиваль-марафонға килгәндә халыҡтың шифалы үлән сәйҙәренә ҡыҙыҡһыныуы ҙур икәнен үҙ күҙҙәре менән күреп ҡайттылар. Экологик яҡтан иң таҙа ерҙә – Бөрйәндә йыйылған үләндәргә, һис шикһеҙ, ихтыяж ҙур буласаҡ. Һәм, әлбиттә, балға ла. Шуға Ғаян бал ҡорттарын ҡарау менән бергә улар бал йыйған үләндәрҙе лә өйрәнеп, үҙе өсөн дә ҙур файҙалы эш башҡарҙы.
Тырышлығы бушҡа китмәне – Ғаяндың эше I урын менән баһаланды. Яңы йылға шәп бүләк булды был. Хәҙер ғинуар урталарында ошо эше менән район конкурсында ла ҡатнашасаҡ. Унда ла һынатмаҫына шигебеҙ юҡ.
Ғаян Ишмөхәмәтов Иҫке Собханғол мәктәбенең XI «В» синыфында уҡый. VII – IX синыфтарҙа Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназияһында белем алды. Унда ла ғилми-тикшеренеү эштәре бәйгеһендә ҡатнашты. «Ҡоролтайға хат» тигән конкурста эшһеҙлек, эскелек кеүек етди темалар күтәреп, яҙған эше I урын алғайны. Тыуған яҡтар һағындырғас, ҡайтып китте шул. Үҙҙәрендә лә дүрт ҡатлы яңы мәктәп асылды бит, һәйбәт уҡытыусылар яҡшы белем бирә. Ә Өфөгә ул юғары белем алыр өсөн барыбер барасаҡ. Теш табибы булырға хыяллана. Тарихты, география менән биология фәндәрен дә ныҡ ярата. Әммә бәләкәйҙән табиплыҡ һөнәрен һайлап, шуға ынтылырға иҫәбе.
Мәктәпте тамамлай торған йыл бик яуаплы. Имтихандарға ла ныҡлап әҙерләнергә кәрәк. Шулай ҙа Ғаян донъяуи мәшәҡәттәр хаҡында ла онотмай. Өс ай буйына водителдәр курсында уҡып, таныҡлыҡ алырға ла өлгөрҙө.
Былай ҙа машина йөрөтә белә инде ул. Ҡорттар янына ла барып йөрөргә кәрәк бит. Ә шулай ҙа документһыҙ ярамай. Егеттәрҙең барыһы ла техниканы яраталыр. Унан башҡа ла ҡыҙыҡһыныуҙары күп Ғаяндың. Хоккейҙы ла үҙ күрә. Бөтә матчтарҙы ҡарап бара. Кемдәр, ҡайҙа, нисек уйнай – барыһын да белә. Үҙе лә ауыл малайҙары менән Нөгөш йылғаһында шайба ҡыуырға әүәҫ. Мәке уйып, шәре ағыҙалар ҙа бына тигән боҙ майҙаны яһап алалар. Ә өйгә ингәс, шахмат уйнап ял итә.
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә әҙ, тигән әйтем тап Ғаян Ишмөхәмәтов кеүек тырыш егеттәр хаҡында әйтеләлер ҙә инде. Киләсәктә төплө һөнәр алып, ата-әсәһенә, туғандарына ныҡлы терәк, таяныс булғыһы килә уның. Иншалла, хыялдары тормошҡа ашыр, Яңы йылды уңыштар менән башлаған Ғаяндың тотош алдағы йылы ла ҡыуаныстарҙан ғына торор, тип ышанабыҙ. Ҡалын портфолиоһына йыйылған күп Маҡтау ҡағыҙҙары ла шуны дәлилләй. Уңған бал ҡорттарын күҙәткән егет үҙе лә тормошта уңышҡа өлгәшер өсөн бал ҡорттарындай тырыш булырға кәрәклеген яҡшы аңлай.
Бөрйән районы, Ғәлиәкбәр ауылы.