Күреүебеҙсә, проекттың атамаһы ла йәнһүрәт исеменә оҡшатып алынған. Ә беҙ йыясаҡ ҡапҡастар кемгә ярҙамға ашыға икән? Ойошманың етәксеһе Елена Воробьёва әйтеүенсә, икенсел сеймалды эшкәртеп, республика онкология диспансерының паллиатив бүлексәһе пациенттарына ярҙам итеү бурысы ҡуйылған. Унда алынасаҡ 150 мең һумлыҡ этеп йөрөтмәле коляска өсөн 10 тонна ҡапҡас талап ителә. Кәрәкле әйберҙәр йыйылып бөткәс, улар эшкәртергә ебәреләсәк. Шулай беҙ был проектта ҡатнашып, кемдеңдер ғүмерен ҡотҡарыуға өлөш индерәбеҙ. Икенсе яҡтан ҡараһаң, тирә-яғыбыҙ ҙа таҙарынып ҡала, сүп-сарҙы айырырға өйрәнеп, балалар һәм үҫмерҙәр экологик тәрбиә лә ала.
Әлеге сара республикабыҙҙа тәүге тапҡыр уҙғарыла. Ә Мәскәү, Санкт-Петербург, Түбәнге Новгород, Ҡазан ҡалалары, шулай уҡ Италия, Төркиә, Мальта, Германия илдәренең ярайһы ғына тәжрибәләре бар. Мәҫәлән, 2011 йылда Төркиәнең Эгей университеты студенты Кахстрим Әхмәти «Зәңгәр ҡапҡастар» хәйриә проектын ойоштороп, 280 тонна ҡапҡас йыйыуға өлгәшкән. Уны эшкәртеүҙән килгән аҡсаға сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгәндәргә 1 мең 100 коляска һатып алынған. Был егеттең идеяһы күп илдәрҙә киң таралып киткән. Ҡапҡастарҙы йыйыу буйынса һауыттар 44 илдә урынлаштырыла башлаған.
– Беҙҙең проектты бөтә республика халҡы күтәреп алһын ине. Балалар ҙа, өлкәндәр ҙә берҙәй ҡатнашһын. Бөтә балалар баҡсаһы, мәктәптәр, төрлө ойошмалар коллективтары ҡушыла ала. Һәр кем үҙе йәшәгән төбәктәрендә ҡабул итеү пункты ойоштороп, ҡапҡастар йыйһын ине. Балалар баҡсаһында бер миҫалды ғына ҡарайыҡ. Мәҫәлән, бер әүҙем генә тәрбиәсе ошо акция хаҡында белдереп, бөтә кескәйҙәрҙе, атай-әсәйҙәрҙе йәлеп итеү мөмкинлегенә эйә. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында махсус һауыттар ҙа ҡуйырға була. Ҡайҙа ниндәй ҡабул итеү пункттары тураһында мәғлүмәтте «Бәйләнештә» селтәрендә беҙҙең «Ҡапҡастар ярҙамға ашыға» төркөмөндә табырға мөмкин, – ти Елена Александровна.
Ҡапҡастарҙы йыйыуға талаптар ҙа ҡуйылған. Беренсенән, уларҙың «2», «4», «5» келәймә һуғылғандары ғына ҡабул ителә, икенсенән, уларҙың йыуылған, таҙа булыуы төп шарт. «2», «02»-гә эске яғында PE, PE-HD, РDPE яҙыулылар ҡарай. Һөт, кефир, йогурт кеүек әсе һөт эсемлектәре, шул иҫәптән «Имунеле», төрлө һыу, һөт, газлы эсемлектәр, кетчуп, майонез, балалар иҙмәләре ҡапҡастары инә. «4» һәм «5»-кә эске яғында LDPE һәм PP келәймәлеләр инә. Уларҙы туҡланыу аҙыҡтары, көнкүреш химия, косметик әйберҙәр, киндер-сюрприз, бахила һауыттарында осратырға мөмкин.
Әйткәндәй, «Ҡапҡастар ярҙамға ашыға» проекты барышында балалар һәм үҫмерҙәр араһында һүрәт төшөрөү, ҡапҡастарҙан төрлө әйберҙәр эшләү, ярҙамға ашығыусы ҡапҡастарға исем ҡушыу кеүек төрлө мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы конкурстар ҙа буласаҡ. Ойоштороусылар ҡатнашыусыларға сертификаттар, бүләктәр ҙә вәғәҙәләй.
Шулай итеп, һеҙ ҡапҡастар йыйып, кемгәлер ярҙам да итә, бәйгеләрҙә лә ҡатнаша алаһығыҙ.
Әйҙәгеҙ, ҡәҙерле уҡыусылар, был эшкә бергәләп тотонайыҡ.