-1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
1 Март 2019, 13:11

Картуф ҡыш көнө лә үҫә икән

Белем усағыбыҙҙа «Мауыҡтырғыс фән» түңәрәге эшләй. Уны «Берҙәмлек» өҫтәмә белем биреү үҙәгенән Лилиә Хәмит ҡыҙы Ҡаһирова етәкләй. Быйылдан мин дә йөрөй башланым. Түңәрәктә шөғөлләнеп, үҙемә күп файҙалы материалдар туплауыма ҡыуанып бөтә алмайым. Ныҡ оҡшай. Беҙ төрлө экскурсияларға йөрөйбөҙ.

Яңыраҡ етәксебеҙ V «Б» синыфы уҡыусыһы Азалиә Ғирфанова менән икебеҙҙе Башҡорт дәүләт аграр университетына алып барҙы. Беҙ бит ботаника буйынса төрлө фәнни проекттар әҙерләйбеҙ. Шуға ла университеттың лабораторияһына шатланып барҙыҡ.

Унда ҡышын картуф үҫкәнен күреп, шаҡ ҡаттыҡ. Шулай уҡ төрлө сәскәләр, еләк тә күп икән. Әлбиттә, үҫеп китер өсөн бында һәйбәт шарттар булдырылған. Университеттың белгестәре беҙгә күп файҙалы мәғлүмәттәр бирҙе. Төрлө үҫтереү сараларын лаборатор ысул менән тәжрибә эшләп тә күрһәттеләр. Ҡыҙыҡ булды, беҙ ҙә үҙебеҙҙе һынап ҡараныҡ.

Хәҙер белдем инде нисек картуфты дөрөҫ тәрбиәләргә, үҫтерергә кәрәклеген. Һис шикһеҙ, бар өйрәнгәндәремде өләсәйемә һөйләйәсәкмен. Йәйгеһен бергәләп картуф ултыртырбыҙ әле.

Теләк булһа, күп нәмә хаҡында белергә мөмкин икән.


Самира ШӘРИПОВА, IV «А» синыфы уҡыусыһы.

Өфө ҡалаһы, Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһы.

Читайте нас: