+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
7 Июнь 2019, 14:00

Вирусһыҙ картуф үрсетәсәктәр

Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы хеҙмәткәрҙәре Архангел районының Тирәкле ауылы мәктәбе уҡыусыларына вирусһыҙ картуф орлоғо алып килде.

Быйыл тәүге тапҡыр үҙҙәре биләмәһендәге баҡсала V, VI һәм VII синыф уҡыусылары тәжрибә участкаһы ойоштороп ебәрҙе. Белем усағында оҙаҡ йылдар экология-биология йүнәлешле түңәрәк эшләй. Уның етәксеһе Гөлнара Фәйрузова балалар менән берлектә ҡыҙыҡлы тәжрибәләр үткәрә. Төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашалар. Мәктәп участкаһында үҫкән йәшелсә-емештең мул уңышына ҡыуаналар.

Быйыл ошо биләмәгә биш төрлө сортлы вирусһыҙ картуф орлоҡтары ла сәселде: «Импала», «Ред Скарлет», «Ароза», «Браво», «Амур». Үҙәктең тәжрибә лабораторияһы етәксеһе, биология фәндәре кандидаты Динара Ғарифуллина балаларға картуфты нисек ултыртырға, тәрбиәләргә кәрәклеге тураһында ентекле һөйләне.

Вирусһыҙ картуф лаборатория шарттарында үҫтерелә. Тәүҙә уның күҙенән иң һау күҙәнәктәр алына һәм клонлаштырыла. Артабан ошо юл менән үҫеп сыҡҡан үҫентене лаборанттар йәнә биш өлөшкә бүлә. Шулай итеп, лаборатория шарттарында клондар һаны 5 меңгә еткерелә. Был эш февраль-апрель айҙарында башҡарыла. Ә майҙа ошо үҫентеләр теплицаларға сығарып ултыртыла. Уларҙы ҡарап ҡына тороп, һәйбәт тәрбиәләргә кәрәк. Ә көҙгөһөн инде белгестәр күгәрсен йомортҡаһы ҙурлығы ғына бүлбеләрҙе ҡаҙып ала. Ошоларҙан артабан иң-иң элиталы картуф үҫеп сыға. Ул ниндәй генә сорт булмаһын, ауырыуҙарға һәм төрлө вирустарға ҡаршы тора ала. Сорт сифаттарын, кәм тигәндә, биш йыл дауамында юғалтмай икән.

Уҡыусылар картуфтың борсаҡ ҙурлыҡ ҡына булыуына һәм ошо бүлбеләрҙән уңыш алыу мөмкинлегенә шикләнеп ҡуйҙылар әле. Көҙгөһөн уларҙың шиктәре тара­лыр, моғайын да. Кешене өмөт йәшәтә, тиҙәр. Уларҙың мул уңыш алырҙарына өмөтләнәйек, дуҫтар!

Лилиә НУРЕТДИНОВА.

Читайте нас: