Фьюс менән Сара исемле тутыйғоштар – Мәрйәмдең ҡанатлы дуҫтары. Уларҙы көн һайын ҡарап, тәрбиәләп кенә тора. Был ҡошсоҡтарын яратҡан аҙыҡтары – һоло, алма, кәбеҫтә, кишер менән дә һыйлай. Тутыйғоштарҙы ашатыу бигүк ҡиммәт түгел икән, ни бары 225 һумға ғына төшә.
– Улар өсөн таҙалыҡ та бик мөһим. Өйҙә иректә осоп йөрөгән саҡтарында ситлектәрен һәйбәт итеп йыуып алам. Ҡошсоҡтарҙың тиҙ генә үпкәһе шешеүсән, шуға ел үтеүҙән һаҡларға кәрәк, – ти ҡыҙ.
Раевкалағы гимназияның I синыфын тамамлаған Мәрйәм Фарманянға тутыйғоштар менән бәйле бөтә нәмә лә ҡыҙыҡлы. Үҙе улар менән бер нисә тәжрибә үткәреп ҡараған. Йыр-моң яратыу-яратмауҙарын белергә теләп, тәүҙә талғын, унан балалар көйҙәре тоҡандырған. Ҡошсоҡтар нимә эшләгән, тиһегеҙме? Тағы ла күңелләнеп һайраша башлаған. Ә инде уларҙың ситлектәрен япма менән ҡаплағас, тынып ҡалғандар. Төн еткән, тип уйлағандарҙыр, күрәһең. Көслө тауышлы музыка яңғыратҡас, ныҡ итеп сырҡылдарға тотонғандар.
– Мәрйәм күптән инде тутыйғоштар тота. Ул был ҡоштарҙы шул тиклем ярата, көн дә мәктәпкә килеп, нисек ҡарағанын, ситлеген таҙартҡанын, ем биргәнен һөйләй. Ниңә әле был бала менән ғилми эш яҙып ҡарамаҫҡа, тигән уй килде лә беҙ икәүләп уның өҫтөндә эшләй башланыҡ. Ике ай самаһында хеҙмәтебеҙҙе аҙағына алып барып еткерҙек. Иң беренсе үҙебеҙҙең гимназияла фәнни-ғәмәли конференцияла сығыш яһаныҡ. Унда беренсе урын алғас, республика кимәлендәге бәйгегә, – ти уҡытыусыһы Гөлнара Шәмсүн ҡыҙы Раянова.
Ысынлап та, ҡыҙҙың «Өй шарттарында тулҡынлы тутыйғоштарҙың тормошо» тигән фәнни эше бик ҡыҙыҡлы ғына килеп сыҡҡайны. Ул «Бөтәһен дә белгем килә» фәнни-ғәмәли конференцияһында еңеү яуланы.
Мәрйәм үҙе гимназияла бик һәйбәт уҡый, бөтә фәндәрҙән дә тик «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. Иптәштәренә лә шул тиклем иғтибарлы, ярҙамсыл, тип маҡтай уҡытыусыһы.
Ә Ташлы мәктәбенән Камила Сабитова бесәйҙәрҙе бик ярата. Шуға ата-әсәһенән ошо йорт хайуаны төшөрөлгән кейемдәр, мәктәп кәрәк-яраҡтары алдыра. Үҙҙәре лә өйҙәрендә күптән бесәй аҫрай. Уға Снежок тип исем ҡушҡандар. Ҡыҙ бесәйенә матур кейемдәр ҙә тегеп кейҙерә.
Камила «Бесәйҙәрҙең кеше тормошона тәьҫире» тигән фәнни-тикшеренеү эше яҙып, уларҙың бик боронғо йән эйәләре булыуын да асыҡлаған. Баҡһаң, мыяубикәләр кешеләр менән 6 мең йыл тирәһе бергә йәшәй икән.
– Тиҫтерҙәремдең күбеһенең бесәйе бар. Улар үҙҙәренең йорт хайуандарын матур, иркә, шаян булғандары өсөн ярата. Әгәр ҙә бесәй аҫрай башлаһағыҙ, уны йәберһетмәгеҙ, һеҙгә ышанған бәләкәй йән эйәһен ҡайҙалыр ташламағыҙ, – ти ул.