-8 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
9 Сентябрь 2019, 10:57

«Икенсе икмәгебеҙ»

Картуфтың тыуған ере тип Көньяҡ һәм Урта Америка илдәре иҫәпләнә. 8 мең йыл элек индеец ҡәбиләләре уны культуралы үҫемлек булараҡ файҙалана башлаған.

Беҙгә картуф Көнбайыш Европа илдәрендә үҫтерелә башлағандан һуң 100 йыл үткәс кенә килтере­лә. Ә инде XVIII быуат урталарында ныҡ­лап индерелә. Рәсәйҙә ул шун­да уҡ аҙыҡ булараҡ ҡулланыла башлай.

Илебеҙгә яңы тамыраҙыҡ тәүҙә Польша һәм Латвиянан килә. Пётр Беренсенең яҡынса 1697 – 1698 йылдарҙа Голландиянан фельдмаршал Борис Шереметьевҡа бер тоҡ картуф ебәреүен ул саҡтағы Рәсәй­ҙең ирекле иҡтисад йәмғиәте мәғлүмәттәре раҫлай. Аҙаҡ инде 1736 йылда был кешенең Петербург эргәһендәге баҡсаһында бәрәңгенең күпләп үҫтерелеүе билдәле.

XIX быуаттың 30 – 40-сы йылдарында, Николай I ваҡытында, был культура бөтөн Рәсәй буйынса таратыла. Ҡабатланып торған аслыҡты булдырмау маҡсатында илдең һәр төбәгендә үҫтереп, орлоҡҡа үҫтерергә кәрәклеге тураһында батша тарафынан өс указға ҡул ҡуйыла.

Әйткәндәй, Рәсәй картуфын таратыуға, яңы сорттар сығарыуға Петербург баҡсасыһы Ефим Грачёв күп көс һала. 1890 йылда үткән Бөтә Рәсәй күргәҙмәһендә уның 250 картуф сорты ҡуйыла. Һуңынан тамыраҙыҡ селекцияһын Николай Никитинский алып бара. Уның коллекцияһында 400 сорт үҫтерелә.

1920 йылда Коренев картуф хужалығы ойошторолғас, үҙебеҙҙең совет сорттарынан яңыса «Лорх» һәм «Кореневский» тигәндәре барлыҡҡа килә.

Хәҙерге ваҡытта яңынан-яңы сорттар сығарыу буйынса Бөтә Рәсәй ғилми-тикшереү институты, төбәк институттары уңышлы эшләй.

Ҡыҙыҡлы факттар

Бельгияла картуф музейы бар. Уның экспонаттары – почта маркалары, картиналар...

Ҡайһы бер тропик утрауҙарҙа картуф аҡса берәмеге булып һанала.

Картуфҡа бағышланған шиғырҙар, йырҙар, балладалар бар.

Исландияла унан спиртлы эсемлек әҙерләйҙәр.

2000 йылда Минск ҡалаһында картуфҡа һәйкәл ҡуялар.

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы 2008 йылды халыҡ-ара Картуф йылы тип иғлан итте.


Файҙалы кәңәштәр

Картуфты ҡышҡылыҡҡа нисек һаҡларға?

Картуф яҡшы һаҡланһын өсөн, ниндәй сорт булыуына ҡарамаҫтан, ҡаҙып алыу менән ергә һалып, ҡояш нуры аҫтында ике-өс сәғәт, унан һуң ышығыраҡ лапаҫ аҫтында бер-ике көн киптерергә кәрәк. Уның эреһен вағынан, ашар­ға тигәнен айырым һалыу шарт. Һәр сортты 15 – 20 килограмлап айырым йәшниктәргә йәки селтәр тоҡтарға тултырығыҙ. Көҙ уларҙы береһе өҫтөнә икен­сеһен һа­лыр­ға мөмкин. Ә март айында иркенерәк бер рәткә ҡуйығыҙ.

Әгәр мөмкинлек булһа, төрлө сорт картуфты, бигерәк тә орлоҡҡа һәм аҙыҡҡа тигәнен, бергә һалмау һәйбәт. Сөнки уларҙы һаҡлау режимы төрлөсә. Орлоҡҡа тигәнен 2 – 3 гра­дус йылы температурала һаҡларға кәрәк.

Беҙ, балалар, өлкәндәргә уңыш йыйған мәлдә гел ярҙамлашабыҙ. Әлеге әйтелгәндәрҙе теүәл генә үтәһәк, йыйған уңышыбыҙ ҙа дөрөҫ һәм оҙаҡ һаҡланыр.
Читайте нас: