Ҡуян көнөнә 500 грамм тирәһе бесән ашай. Был аҙыҡ уның алдында өҙлөкһөҙ булырға тейеш. Шулай уҡ таҙа һыуға ла ҡуян интекмәһен. Бысраҡ эләкһә, уны эсмәй. Шуға иртәле-кисле һауытын сайып, таҙа һыу һалып тороғоҙ. Бесән һәм һыу төп аҙыҡ булып тора. Әммә ҡуяндар тиҙ үҫһен өсөн аҙыҡтарын төрлөләндереү зарур. Арпа, һоло, борсаҡ, кукурузды яратып ашай улар. Ғөмүмән, баҡсала нимә үҫә, шуны бирергә була. Тик сама менән. Мәҫәлән, ҡыҙыл сөгөлдөр уларҙың эсенә тейеүе ихтимал. Төрлө ашлыҡты йә шәкәр сөгөлдөрөн дә тәүҙә һаҡ ҡына бирегеҙ. Ҡуян кәбеҫтә ярата, тип башҡа һеңгән, ләкин был – яңылыш фекер. Йорт ҡуяндарына уны биреүҙән тыйылыр кәрәк. Әҙ-әҙләп кенә япраҡтарын ашатырға мөмкин.
Баҡсала үҫкән һәр нәмәне бирергә була, тигәйнем. Был, ысынлап та, шулай. Хатта сүп үләндәрен дә ҡуяндарға ашатырға ярай. Тик йәйгеһен әле генә сабылған бесәнде бирмәгеҙ. Был уларҙың эсенә тейә. Яңы сабылған үләнде ҡояшта киптереп кенә алдарына һалырға була.
Ҡуяндар алма, кишер, ҡыяр, ҡабаҡтан да бер ҡасан да баш тартмаясаҡ. Ә шулай ҙа картуфты имеҙгән инәләренә бирергә ярамай.
Ҡуяндарҙы ашатҡанда мин ҡатнаш аҙыҡҡа өҫтөнлөк бирәм. Баҙарҙа бер тоҡтоң хаҡы – 500 – 1000 һум. Был аҙыҡта малҡайҙарға кәрәкле бөтөн ҡушылмалар һәм микроэлементтар бар. Әле генә инәһенән айырылған ҡуяндарға мотлаҡ ҡатнаш аҙыҡ кәрәк. Шунһыҙ улар яй күтәрелә, ауырыуға дусар була. Бер тоҡ ҡуяндарыма ике аҙнаға етә. Бынан тыш, тоҡлап һоло, иген, арпа алам. Тик был аҙыҡты ике аҙнала ашап бөтәләр. Айына уларҙы һатып алыуға кәм тигәндә 5 мең аҡса китә (миндә әлегә 70-кә яҡын ҡуян бар). Иген ваҡлай торған аппарат алып, төрлө ашлыҡты, бесән, әрем ҡушып, ҡатнаш аҙыҡты үҙеңә әҙерләргә лә була.
Ҡуяндарҙың тештәре ныҡ, аҙыҡ-түлектә күҙәнәкле туҡыма (клетчатка) етерлек булһын өсөн ҡышҡылыҡҡа миндектәр әҙерләргә кәрәк. Бының өсөн ҡырағай алма, миләш, тал, ҡайын, имән, ҡарағат, ҡурай еләгенең ботаҡтары һәйбәт. Ҡышын улар был миндектәрҙе яратып ашай. Бөтнөк, кесерткән, әремдән яһалғандары төрлө ауырыуҙарҙан ярҙам итер.
Мин иһә ҡышын ашатыу еңелерәк булһын өсөн күп итеп топинамбур ултыртам. Был үҫемлек бик уңайлы: уның ботаҡтарын, япраҡтарын ҡуяндар яратып ашай. Ә бына көҙөн картуф һымаҡ бүлбеләрен ҡулланыу, иткә тип үҫтергән ҡуяндарҙы ҙурайтыу, һимертеү өсөн бик тә ҡулай. Топинамбур баҙҙа ла һәйбәт һаҡлана. Шәрбәтле бүлбеләр ҡуян үрсеткән һәр кемгә ярҙамға килер, тип уйлайым.
Дөрөҫ туҡландырыу – уңыштың 80 проценты. Боҙолған, әсегән, күгәргән аҙыҡ эләкте икән, малҡайҙарҙың ағыуланыуы ихтимал.
Беҙ ҡуяндарҙы ни бары көнөнә ике тапҡыр ашатабыҙ. Иртән һәм кис. Гел генә бер үк ваҡытта ашарға биргәндә, улар ошо режимға өйрәнә. Ғөмүмән, ҡуяндарҙың торошо һәм һаулығы ашатыуға ныҡ бәйле. Шуны онотмайыҡ, дуҫтар.