-33 °С
Ясна
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
20 Март 2020, 13:53
Әтлек аслыҡтан ҡотҡарҙы
Бөтә ил өсөн бик ауыр була һуғыш йылдары. Аслы-туҡлы осорҙа тәбиғәт байлыҡтары – ҡырҙа үҫкән үҫемлектәр, үлән тамырҙары, орлоҡтар, еләк-емеш ярҙамға килә. Мәҫәлән, икмәкте алабута үләненең киптерелгән һәм онталған орлоҡтары менән ҡушып бешергәндәр. Шулай уҡ екәнле ҡамыш, уҡ япрағы, атҡолаҡ, майсыбыҡ, һарына, әтлек һәм башҡа үләндәрҙе лә ҡулланғандар. Бик ауыр саҡтарҙа ҡайһы бер ағастарҙың ҡабығы аҫтындағы йәш ҡатламдан – сөсөктән, ҡайын итенән (камбий), сәтләүектәрҙән дә аҙыҡ етештергәндәр. Өләсәйемдең: «Әтлек ашап, Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытындағы аслыҡтан тере ҡалдыҡ», – тип әйткәне әле лә хәтеремдә.
Әтлек – ул күк ҡыңғырау сәскәле үлән. Ҡыңғырау сәскә тип тә йөрөтәләр. Урыҫса «бубенчик лилиелистный» була инде. Оҙонлоғо – 1 – 1,5 метр самаһында. Июль-август айҙарында сәскә ата. Был үҫемлек яҡшы бал биреүе менән билдәле. Орлоғо ҡумта эсендә ҡарайғансы бешкәс, ергә ҡойола. Башлыса яҡты урмандарҙы, урман ситтәрен, ҡыуаҡ эргәләрен үҙ итә. Сәскәһе асыҡ зәңгәр төҫтә, ваҡ ҡына ҡыңғырауҙар эленеп тора, тип әйтерһең. Япраҡтары бер-бер артлы теҙелә, һабаҡтың аҫтында эрерәк, үргә күтәрелгән һайын бәләкәсәйә, шул уҡ ваҡытта оҙоная бара. Тамыры оҙон булып, тәрәнгә тиклем төшөп үҫә.
Әтлектең һары төҫтәге йыуан тамыры ла ашарға яраҡлы. Уны йыйып, киптереп, ҡул тирмәнендә тартып, он яһап, күмәс итеп бешерер булғандар. Яҙ көнө иһә йәш һабаҡтарын ҡулланғандар. Тамыры сей килеш шәкәр тәме бирә. Ашҡа һалып бешерһәң, тауыҡ һурпаһын хәтерләтә. Урыҫ халҡы уны юҡҡа ғына «курочки» тип йөрөтмәйҙер инде.
Ысынлап та, бик файҙалы үҫемлек, уның тамырҙарын дауаланыу өсөн ҡулланалар. Электән шәреҡ медицинаһында – үпкә ауырыуҙарын, ҡытай медицинаһында ашҡаҙан ауырыуҙарын дауалау өсөн ҡулланылыуы билдәле. Уның тамырҙарында алкалоидтар, иминошәкәрҙәр, С, Р витаминдары һәм тағы ла әллә күпме файҙалы матдәләр бар. Әлеге көндә төрлө үпкә, ашҡаҙан, нервы ауырыуҙарынан дауаланғанда файҙаланыла. Иммунитетты нығыта, йәрәхәттәрҙе йүнәлтә, бактерияларға ҡаршы тора. Шулай уҡ тимер, фосфор, кальций кеүек матдәләрҙе үҙләштерергә лә ярҙам итә икән. Яман шеш күҙәнәктәренең үҫешен дә тотҡарлай, тип билдәләй ҡайһы бер ғалимдар.
Хәҙерге заманда бер ниндәй ҙә ыҙалыҡ күрмәй йәшәйбеҙ. Күк йөҙө тыныс, аҙыҡ-түлек етерлек. Бөйөк Еңеүҙе ҡаршыларға ярҙам иткән тәбиғәтебеҙгә лә рәхмәтле булып, уның ҡәҙерен белеп йәшәйек, дуҫтар!
Фәғимә ӘХМӘТОВА, Көньяҡ Урал ҡурсаулығының ғилми хеҙмәткәре.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән