+1 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
13 Май 2020, 14:05

Бөгөн - Бәпембә көнө

Әле тәбиғәттең шундай матур сағы. Өҫтәүенә бар донъяны бәпембәләр баҫҡан ваҡыт.

Шул әрһеҙ генә сәскәләрҙең һаулыҡҡа нисек файҙалы икәнен барығыҙ ҙа беләме икән? Бына тигән дарыу үләне. Төнәтмәһе ҡан баҫымы күтәрелгәндә, эс ҡатҡанда, йоҡоһоҙлоктан интеккәндә ярҙам итә. Ундағы витаминдар, антиоксиданттар организмға көс бирә, үтте ҡыуа, бауырҙың, йөрәк-ҡан тамыры системаһының эшмәкәрлеген яҡшырта. Бәпембәнең ҡәҙерен белгәндәр уның ҡайнатмаһын да эшләй. Балға оҡшап тора ул. Бының өсөн 300 бәпембә башын йыйып алырға кәрәк. Һалҡын һыуҙа сайҡатҡас, әҙер сиропҡа һалаһың, уны ике стакан һыуға бер килограмм шәкәр һалып ҡайнатып әҙерләйҙәр. Сәскә баштарын шунда һалып 20 минутҡа яҡын ҡайнатаһың. Шунан әҙерәк лимон һуты һығып, лимон кислотаһы һалып, тағы ике-өс минут ҡайнатабыҙ ҙә бер көн үткәс кенә бәпембә баштарын һөҙөп алып ташлайбыҙ. Ҡалған сиропты тағы ҡайнатып алабыҙ. Файҙалы ҡайнатма әҙер.
Читайте нас: