-6 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
7 Август 2020, 14:47

Фәхретдин олатайҙың шөғөлөн ейәне дауам итә

9 август – Башҡортостан умартасылары көнө Бөгөнгө заманда умартасы ғаиләләрҙең күп булыуы ҡыуандыра ла, һоҡландыра ла. Шундайҙарҙың береһе – Әйүповтар, үҙебеҙҙең бал ҡорттарын үрсетеүсе ғаилә булараҡ, районыбыҙҙа һәм республикабыҙҙа дан тота. Атай нигеҙенең йылыһын, данын дауам итеп Рәшит ағай улдарына һәм ҡыҙҙарына ҡортсолоҡтоң барлыҡ серҙәрен өйрәтергә тырыша. Улар ғаиләләре менән «Бөрйән даны – башҡорт балы» байрамында ҡатнашып, оло еңеүҙәргә лә ирешеп өлгөрҙө.

Әлеге көндә уларҙың ихатаһында барлығы 10-дан ашыу умарта бар. Ғаилә башлығы ундағы барлыҡ эште өлкән улы Фаилға ышанып тапшырып ҡуйған. 1972 йылдан алып бал ҡорттары тотҡан, үрсеткән Фәхретдин олатайҙың шөғөлөн ейәндәре дауам итеүе оло ҡыуаныс.

Фаил Әйүпов X синыфты ғына тамамлауына ҡарамаҫтан, бик тырыш, булдыҡлы егет. Уҡыуҙан тыш, спортта ла һынатмай. Синыфташым ат сабышы ярышында өсөнсө урын яулап ҡыуандырҙы. Көрәш, баскетбол, волейбол, хоккей буйынса ла әүҙем ул. Умартасылыҡ буйынса ла күпте белгәне күренеп тора. Мин уға ҡыҙыҡһындырған бер нисә һорауымды бирҙем.

– Бал ҡортоноң наҙы бар, тиҙәр. Фаил, ҡәҙерләп, һаҡлап көткән бал ҡорттарығыҙҙы нисек тәрбиәләйһегеҙ?

– Бәләкәй саҡтан уҡ атайым менән әсәйемдең умарта ҡарағанын, бал айыртҡанын күҙәтергә яраттым. Ә хәҙер ин­де шул эштәрҙе үҙем тулыһынса башҡарам тиергә лә була. Олатайымдан ҡалған ҡомартҡы эш ҡоралдары әле лә өр-яңы кеүек. Беҙ ғаиләбеҙ менән йәйенә бер нисә тапҡыр бал алабыҙ. Бер умартанан яҡынса 5 банка, әгәр йыл уңышлы килһә, унан да күберәк табыш сыға.

Умартасының эше йыл әйләнәһенә лә бөтмәй. Ул бер бал айыртып алыуға ғына ҡайтып ҡалмай, ә ҡорттар өсөн умарталар, рамдар эшләү ҙә мәшәҡәтле генә. Был ағас эше тирәһендә миңә атайым да, Әҡсән ағайым да ярҙам итә. Ололарҙың кәңәштәрен тыңлап, умартасылыҡ серҙәрен өйрәнәм мин.

– Миҙгеленә күпме бал ала­һығыҙ? Уны ашауға ғына тотонаһығыҙмы?

– Сер итеп кенә әйтәм, 3 литрлыҡ банкалар менән 100 – 130-ға етә торғайны. Табыштың яртыһын ҡорттарҙың үҙҙәренә ҡалдырабыҙ, ә ҡал­ғанын айыртып алабыҙ. Уның күпселеген һатабыҙ. Беҙҙең балды Мәскәү, Ырымбур яҡтарынан да килеп алалар.

Балдың да төрлөһө була, мәҫәлән, саған балы менән бәпембә балын иртә яҙҙан уҡ ҡыуҙырып алабыҙ. Йәй уртаһында йүкә менән сәскәнеке була. Бигерәк тә йүкә балын һораусылар күп.

– Ә табыш алыуҙың сере нимәлә тип уйлайһың?

– Бер ниндәй ҙә сере юҡ. Ҡорт көтә башлағандан алып иғтибарлы булырға кәрәк. Уларҙы ла бит бала кеүек тәрбиәләмәйенсә, үҙе үрсеп, бал йыймай.

Бына бит нисек! Ауылда эш, аҡса юҡ тигәндәргә ең һыҙ­ғанып донъя көтөүсе алты балалы Әйүповтар, уларҙың эшен дауам итеүсе Фаил өл­гө булып тора. Уңған ғаи­ләгә уңыштар ғына теләп ҡалам.

Заһиҙә МОРАТШИНА.
Бөрйән районы, Мораҙым ауылы.

Читайте нас: