Бөжәктәрҙең барыһы ла тиерлек ағас ҡабыҡтары араһына йәшеренгән. Һары япраҡтар ҙа уларҙы ел-ямғырҙан ҡурсалаясаҡ. Ҡояш күренгән арала хәрәкәткә килеп алалар. Кесерткән күбәләктәре хатта осоп йөрөй. Ләкин ҡояш юғалыу менән улар ҙа йәшеренә.
Октябрь айында, ғәҙәттә, ҡояш апайҙар күп үрсей.
Ҡуяндар, аҫтар иҫке тундарын сисеп ташлай һәм ҡуйы, аҡ төҫтәгеһенә алыштыра. Көҙән кеше йәшәгән ергә яҡыныраҡ килә. Һарай-маҙарға урынлашһа, сысҡандарҙы, ҡомаҡтарҙы ҡырасаҡ, ләкин тауыҡтарға ла һөжүм итеүе ихтимал.
Октябрҙә күп ҡоштар йылы яҡҡа китә. Ҡаҙҙар, өйрәктәр, сәүкәләр иң аҙаҡ тыуған ерҙәрен ташлай. Уларҙың урынын икенселәр биләй. Мәҫәлән, аҡ баш турғай, суҡтурғай. Ҡышлаусы ҡоштар аҙыҡ күп ерҙәргә күсә. Ҡорҙар күмәге бер урынға йыйыла. Улар баҫыуҙар буйлап йөрөүсән. Селдәр күберәк ҡыуаҡлыҡтарҙа урала, йылға, шишмә ситтәрендә була.
Һалҡыная башлаһа, тәлмәрйендәр, кеҫәрткеләр саҡ-саҡ хәрәкәтләнә, һыу ятҡылыҡтарындағы балыҡтарҙың да сослоғо кәмей. Алабуғаны һыу туңғансы ҡармаҡҡа ҡаптырырға мөмкин. Табан балыҡ, сазан, ҡара балыҡ ай аҙағында һыу төбөнә ята. Уларҙың тәнен һалҡындан һаҡлаусы махсус лайла уратып ала.
Октябрҙә һеҙ, дуҫтар, тәбиғәт тормошонда күп ҡыҙыҡлы күренештәр күҙәтә алаһығыҙ. Ағас ултыртыу кеүек файҙалы эштән дә ситтә ҡалмаҫһығыҙ, моғайын.