Һуңғы дүрт йылда малай аллергия менән интегә. Шунлыҡтан күп ваҡытын өйҙә үткәрергә тура килә. Һуңғараҡ, сире яйлап бөтә башлағас, Матвей саф һауаға ынтыла. Бына шул ваҡытта тәбиғәттең бысраныуына ла иғтибар итмәй ҡалмай. Ул үҙҙәренең Иглин ҡасабаһында ағастар ултырта башлай, был эшкә өлкәндәрҙе лә йәлеп итә. Оҙаҡламай тыуған төбәгендә хатта экология хәрәкәте барлыҡҡа килә.
– Ауылымдың матур һәм йәшел булыуын теләйем. Хәтерҙә тотоғоҙ, бөтәһе лә бәләкәйҙән башланып, ҙур менән тамамлана, – ти йәш эколог.
Ауылдаштары ул ойошторған өмәләргә әүҙем ҡушыла. Матвей халыҡты сүп-сар ҡалдыҡтарын айырым йыйырға ла өйрәтергә теләй.
– Биш йәштә аллергия диагнозы ҡуйғайнылар. Дүрт йыл буйына урман, йылға кеүек урындарға йөрөмәнек. Паркка барғас, сүп-сарҙың күплегенә йәне көйҙө. Өлкәндәргә иҫкәрмә яһаныҡ, беҙгә һүгенеп кенә ебәрҙеләр. Матвейға был ныҡ тәьҫир итте. Ул әйткәнен аңлаусы булмағас, ошо йүнәлештә интернет селтәрендә үҙенең блогын үҫтерә башланы, – ти әсәһе Наталья Анискина.