+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
8 Ғинуар 2021, 02:49

"Йәшел", тимәк, сифатлы

Бер ваҡыт ҡала автобусына бик телдәр бабай килеп инде. Ауылдан ине, шикелле. Төшөп ҡалғансы ҡыс­ҡырып хәбәрен һөйләп барҙы. «Халыҡ бит коронавирустан түгел, пальма майы ашап ауырый», – тигәненә иғтибар иттем.

Ысынлап та, ҡайһы бер магазин кәштәләренә яҡын барырлыҡ түгел, тәм-томдан әллә ниндәй тәбиғи булмаған еҫтәр килә, шуны нисек һатып алып ашамаҡ кәрәк?! Хәҙер кәнфит-печеньеға нимә генә ҡушмайҙар, ҡабына бөтәһен дә яҙып та тормайҙарҙыр әле. Шуға һаулығын ҡайғыртҡандар үҙебеҙҙең милли ризыҡтарға өҫтөнлөк бирә башланы. Мәҫәлән, талҡан, ҡорот менән сәй эсһәң, күпкә фай­ҙалыраҡ.

Сифатлы аҙыҡ-түлек тураһында ил кимәлендә лә һөйләшеүҙәр бара. Яңыраҡ Рәсәй Хөкүмәте «йәшел» продукция тураһындағы ҡанун проектын хуплаған. Дәүләт Думаһы уны алдағы йылдың яҙғы сессияһында ҡараясаҡ.

Сифатына ҡарата ҡәтғи талаптар ҡуйылған, милли һәм халыҡ-ара параметрҙарҙы иҫәпкә алып сығарыл­ған аҙыҡ-түлекте ҡабындағы махсус билдә аша еңел генә танып буласаҡ.

Ирекле сертификация үткән етештереүселәр ауыл хужалығы министрлығының берҙәм реестрына индереләсәк.

«Йәшел» аҙыҡ-түлек ГМО-һыҙ әҙерләнәсәк. Антибиотик, ферменттар, пестицид һәм башҡа нәмәләрҙе ҡушыуға талап ҡаты буласаҡ. Беҙҙең ауыл хужалығының «йәшел» аҙыҡ-түлек сығарырлыҡ бөтә мөмкинлектәре бар. Етештереүселәргә дәүләт ярҙамы күр­һәтеү ҙә ҡараласаҡ.


Фото интернет селтәренән алынды.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.
Читайте нас: