Оса белмәгән иң ҙур ҡош – дөйәғош. Уның ҡарауы, шәп йүгерә ул – сәғәтенә 70 саҡрымға тиклем араны үтә ала. Ауырлығына килгәндә, дөйәғош 170 килограмға етә, бейеклеге – 270 сантиметр. Шулай ауыр булғанға, йәнә ҡанаттары үҫешеп етмәгәнгә оса алмай ул. Ә бына оҙон аяҡтары менән ҙур януарҙы үлтерергә һәләтле.
Иң ҙур осар ҡош – күркә. Эйе, ул күктә осоп йөрөмәй, әммә ҡыҫҡа араны еңел генә үтә ала. Шуға ла хужалыҡта күркәнең ҡанаттарын аҙыраҡ ҡырҡып ҡуялар. Юғиһә, ихатанан осоп сығып китер! Әйткәндәй, был йорт ҡошо 39 килограмға тиклем үҫә ала.
Иң етеҙ ҡош булып сапсан һанала. Юҡҡа ғына электропоезды уның исеме менән атамағандар! Сапсандың уртаса тиҙлеге – сәғәтенә 322 саҡрым.
Иң бәләкәй ҡош колибри икәнен ишеткәнегеҙ барҙыр. Ҡанаттары секундына 90 тапҡыр елпенә ала һәм был бал ҡорто безелдәүенә оҡшаш тауыш сығара. Тик беҙ быны күрмәйбеҙ тиерлек – Кубала йәшәүсе төрөнөң ҙурлығы 6 сантиметрҙан артмай. Ҡалған ерҙәрҙә ҙурыраҡтары ла осрай.
Тирә-йүндәгеләр өсөн иң ныҡ хәүеф тыуҙырыусы ҡош – казуар, өҫтәүенә, ҙурлығы буйынса ла икенсе урында тора ул. Матур ғына, тип ҡарап торорға ярамай – кешегә ташланырға күп һорамай, имеш. Казуарға көслө аяҡтары ярҙамға килә. Ҡасып та ҡотолоп булмай: сәғәтенә 50 саҡрымды үтә ала ул.