+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
8 Июнь , 20:00

Диңгеҙ һыуы ниңә тоҙло?

    Үҙемде лә был һорау бик ҡыҙыҡһындырғас, шул хаҡта төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәт табып уҡыным. Беләм хәҙер: диңгеҙ һыуы кеше һаулығы өсөн дә ныҡ файҙалы. Ғөмүмән, беҙ ғаиләбеҙ менән сәйәхәт итергә яратабыҙ. Үҙебеҙҙең  Ҡара диңгеҙҙә, Төркиә, Кипр, Мысыр һәм Туниста рәхәтләнеп  йөҙгәнемде хәтерләһәм, күңелемде әйтеп бөтөргөһөҙ матур хәтирәләр сорнап ала.

Диңгеҙ һыуы ниңә тоҙло?
Диңгеҙ һыуы ниңә тоҙло?

Шулай иҫтәлекле, мөғжизәле сәйәхәт һәр кемгә лә оҡшайҙыр ул. Беҙ Төркиәләге  Мәрмәр, Эгей диңгеҙҙәрен күрҙек, Кипр менән Туниста – Урта, ә Мысыр илендә Ҡыҙыл диңгеҙгә ҡарап һоҡландыҡ. Иҫ киткес матурлыҡ!

     Балалар, әле һеҙ ҙә йәйге каникулдаһығыҙ, тиҙҙән арағыҙҙа төрлө диңгеҙҙәрҙә йөҙөп ял итеүселәр ҙә булыр. Сәйәхәт алдынан диңгеҙ һыуы ниңә тоҙло икәнен белеү бер ҙә артыҡ булмаҫ.

Һеҙгә Диҡҡәт БУРАҠАЕВтың “Мөғжизәләр донъяһына сәйәхәт” китабынан алынған мәғлүмәт тәҡдим итәм.
     Беҙҙең саф һыулы Урал йылғалары төрлө ҡушылдыҡтар аша улар һыуҙарын бергә йыялар ҙа Ағиҙел-Кама-Волга йәки Һаҡмар-Яйыҡ аша Каспий диңгеҙенә илтеп ҡоя. Унда инде тоҙло һыу башлана. Уның һәр литрында 17 грамм тоҙ бар. Башҡа континенттарҙан аҡҡан һыуҙар ҙа теге йәки был диңгеҙгә барып ҡушыла. Ул һыуҙар ҙа тоҙло. Ә дөйөм океан һыуҙарында иһә тоҙҙоң миҡдары – 3,5 процент. Бындағы һәр литр һыуҙа 35 грамм тоҙ бар тигән һүҙ!
    Океан-диңгеҙ һыуҙары нисек барлыҡҡа килгән һәм ни өсөн тоҙло булған?
   Бынан миллиард йылдар элек ер ҡабығы бик йоҡа һәм ярыҡтары ла хәҙергегә ҡарағанда күп тапҡырҙар йышыраҡ булған. Ана шул ярыҡтар аша ер өҫтөнә эрегән таштар (магма) һәм төрлө газдар урғылған. Был атмосферала һыу парҙары ла урын алған.
Ер ҡабығы һыуыныу менән, һыу парҙары аҡрынлап шыйыҡлыҡҡа әйләнгән һәм ерҙең тәрән уйһыу урындарында йыйылған. Вулкандар һаман урғылыуын дауам иткән. Ер аҫтынан сыҡҡан һыу парҙары ла уйһыу ерҙәргә яңынан һыу өҫтәй барған. Шулай йөҙәр миллион йылдар буйына күлдәр генә түгел, ә аҡрынлап тәүге океандар һәм диңгеҙҙәр барлыҡҡа килгән.
    Ерҙең төрлө урындарында ултырма тау тоҡомдары (ҡом, балсыҡ, эзбис таш, тоҙ) тупланған. Океан-диңгеҙ һыуҙары әле ул саҡ сөсө булған. Һыу парҙарының хәрәкәт итеүе арҡаһында ер өҫтөндә ҡуйы болоттар йөҙгән һәм ҡаты ямғырҙар яуған.
   Ямғырҙар ҡоро ерҙәргә лә ҡойған, ә бында төшкән һыуҙар тау тоҡомдарын йыуып, кире диңгеҙгә табан хәрәкәт иткән. Ана шул йылғалар ташыған да инде океан-диңгеҙҙәргә төрлө тоҙҙарҙы. Шулай туҡтауһыҙ дауам итә был процесс.
   Хәҙерге көндә океан-диңгеҙҙәрҙә һәм йылға-күлдәрҙә 1400 миллион кубик километр һыу парға әйләнә. Шуларҙың 37 мең кубик километры ҡоро ерҙәргә ямғыр булып кире диңгеҙҙәргә аға.
   Эдуард Зюсс тигән атаҡлы геологтың иҫәпләп сығарыуынса, ер шарындағы йылғалар һәр йыл һайын диңгеҙ һәм окенадарға ике ярым миллиард тонна тоҙ алып сығара. Ә диңгеҙ-океандарҙағы тоҙ запасы астрономик һандар менән иҫәпләнә. Унда хәҙер 49 мең триллион тонна тоҙ бар! Әгәр ҙә шул тоҙҙо алып, ер өҫтөнә йәйеп сыҡһаң, тоҙ ҡатламының ҡалынлығы 200 метрға етер ине.
  Ә тоҙ менән бергә диңгеҙ-океан һыуҙарында файҙалы элементтарҙың да бик ҙур запасы тупланған. Хәҙерге көндә беҙҙә лә, башҡа күп илдәрҙә лә бындай элементтарҙы диңгеҙҙең тоҙло һыуынан айырып алыу хәстәрлеге күрелә.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: