+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
5 Август , 12:02

Иң ағыулы балыҡты ла ашайҙар

Донъя океаны үҙендә төрлө ҙурлыҡтағы һәм төҫтәге серле һәм ғәҙәти булмаған йән эйәләрен йәшергән. Һыу ингәндә беҙ диңгеҙ төбөндә ағасҡа менергә һәләтле балыҡ йәшәүе тураһында уйламайбыҙ ҙа. Ә бит ул ысынлап та бар. Ошо һәм башҡа ҡыҙыҡлы факттар балыҡтар хаҡындағы белемегеҙҙе арттырыр, тип ышанабыҙ.

Иң ағыулы балыҡты ла ашайҙар
Иң ағыулы балыҡты ла ашайҙар

Ағас башына менә алалар. Бындай һәләткә Азияның Көньяҡ-Көнсығыш һыу ятҡылыҡтарындағы анабас балығы эйә. Һирәк осраусы был күренештең сәбәбе – иҫән ҡалырға тырышыу. Үҙенең яңы өйөн эҙләгәндә балыҡ еүеш урынға ынтыла, ә бындай урындар Азия илдәрендә һалҡынса япраҡтарҙа осрай. Анабас йөҙгөс ҡанаттары менән ағас башына бик еңел менә.
Ашамһаҡ. Скат балығының 27 меңдән ашыу тәм тойоу рецепторы бар, кешелә иһә – ни бары 10 мең. Уны ысын-ысындан ашамһаҡ тип атарға мөмкин. Ә бит ул «һуҡыр» килеш, йәғни ризыҡты күрмәй ашай. Сөнки күҙҙәре – кәүҙәһе өҫтөндә, ә танауы, айғолағы һәм ауыҙы түбәндә урынлаш­ҡан.
Планетала иң боронғоһо. Латимерия – Ерҙәге иң боронғо балыҡ. Уны бынан 70 миллион йыл элек үлгән, тип иҫәпләгәндәр. Шулай ҙа XX быуатта сенсацион ваҡиға булған: 1938 йылда Көньяҡ Африканың Халумнэ йылғаһы тамағында 70 метр тәрәнлектә осраҡлы ғына тапҡандар.
Донъяла иң ағыулыһы. Таш балыҡ – планеталағы иң ағыулы балыҡ. Австралияла булырға тура килһә, яр буйҙарында һаҡ йөрөгөҙ, таш балыҡҡа баҫһағыҙ, уның ҡылсыҡтарынан шунда уҡ ағыу бәреп сыға. Был ағыу кешене бик тиҙ үлтерә. Әйткәндәй, Японияла таш балыҡтың итен ашай­ҙар.
Иң етеҙе. Елкән балыҡ сәғәтенә 100 саҡрым тиҙлек менән йөҙә ала. Карап елкәненә оҡшаған йөҙгөсө ҙур, шуға күрә ул ошондай исем алған да инде. Елкән балыҡтың беҙҙең көндәрҙәге рекорды – сәғәтенә 109 саҡрым.
Осоусы балыҡ. Ул диңгеҙ өҫтөнән 50 метр алыҫлыҡҡа бик еңел оса ала. 200 метрға тиклем осҡандары ла осрай. Бының өсөн балыҡҡа һыуҙан 5 – 6 метр бейеклеккә һикерергә кәрәк. Осоу алыҫлығы йөҙгөстәргә туранан-тура бәйләнгән. Улар оҙонораҡ булған һайын, осоу ҙа алыҫыраҡ.
Иң күп балыҡ ҡайҙа? Амазонка – донъялағы иң мул һыулы йылға. Унда 2 мең төрҙән артыҡ балыҡ йәшәй. Был тотош Европалағынан күберәк. Улар араһында иң эре һәм иң йыртҡыс балыҡ – арапаима бар. Оҙонлоғо – 3 метрға, ауырлығы 90 килограмға тиклем етә. Был балыҡтар шул тиклем йыртҡыс, осло тештәре хатта телендә лә үҫкән!
Иң бәләкәйҙәре. Кәрлә үгеҙбалыҡтың оҙонлоғо – ни бары 9 миллиметр, нур ҡанатлыныҡы – 7 миллиметр. Ләкин улар ҙа иң бәләкәйҙәре түгел әле. Панама фотокоринаһы иң бәләкәй балыҡтар араһында маҡтаулы урынды биләй, оҙонлоғо – 6 миллиметр.
Тамсы балыҡ. Океан төптәрендә йәшәүсе был балыҡтың тышҡы ҡиәфәте кешеләрҙә ерәнеү тыуҙыра. Уны юҡҡа ғына, иң шөҡәтһеҙ һәм ҡурҡыныс балыҡ, тип әйтмәйҙәр. Ҡиәфәте менән ҙур ауыҙлы, бәләкәй күҙле һәм ҙур танаулы моңһоу кешене хәтерләтә. Ныҡлап өйрәнелмәгән, үлеп бөткән балыҡтар иҫәбендә йөрөгән тамсыны моряктар 1926 йылда ғына Тасмания янында тәүге мәртәбә тотҡан. Һыу өҫтөнә сығыу менән ныҡ үҙгәрә, әйтерһең, баҫым аҫтында һытыла. Ә һыу аҫтында иһә, артыҡ ҡыбырламай, табышын көтөп тик ултыра икән.
Күҙһеҙ балыҡ. Астианакс – күҙһеҙ балыҡ. Ул ваҡытты биологик сәғәт менән билдәләй. Тик бер ни тиклем айырма менән: астианакстың тәүлегендә кешеләрҙәге һымаҡ 24 сәғәт түгел, ә 47 сәғәт.
Диңгеҙ шайтаны. Дүрт саҡрым тәрәнлектә йәшәй. Уны башҡа бер балыҡ менән дә бутап булмай, сөнки алға йүнәлтелгән йөҙгөсө яҡтылыҡ биреүсе ҡармаҡты хәтерләтә. Был яйланма бер ниндәй проблемаһыҙ табышты әүрәтергә мөмкинлек бирә. Юҡҡа ғына балыҡтың икенсе исеме ҡармаҡсы түгелдер.
Иң матуры. Амбона скорпенын күреүселәр уны иң матур балыҡ тип иҫәпләй. Был йыртҡыс диңгеҙ төптәрендә йәшәй. Бөтә кәүҙәһен ағыулы ҡылсыҡтар ҡаплаған, улар хатта кешене лә үлтерә ала.
Икеләтә һулыш алалар. Балыҡтарҙың бер нисә төрө һыуҙа ғына түгел, ҡоро ерҙә лә һулыш алырға һәләтле. Айғолаҡтарынан тыш үпкәләре лә бар. Африка, Австралия, Көньяҡ Американың сөсө һыу ятҡылыҡтарында йәшәйҙәр.
Үтә күренмәле балыҡ. Сальпа Маджорены икенсе төрлө быяла балыҡ тип атайҙар. Ғәҙәти балыҡҡа оҡшаһалар ҙа, умыртҡалары юҡ. Диңгеҙ тәрәнлектәрендә йәшәүсе йән эйәләре үҙҙәренең матурлығы менән таң ҡалдыра.


Факил МЫРҘАҠАЕВ.

Иң ағыулы балыҡты ла ашайҙар
Иң ағыулы балыҡты ла ашайҙар
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: