-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
9 Ноябрь , 20:44

Айыуҙы ла бейергә өйрәтәләр

Айыуҙар – көслө генә түгел, аҡыллы ла йыртҡыстар. Тыумыштан килгән был сифаттар тайыштабандарға ҡырағай тәбиғәттең төрлө шарттарында йәшәргә мөмкинлек бирә. Уларҙы борон-борондан көс-ҡеүәт һәм ҡаһарманлыҡ символы булараҡ кәүҙәләндергәндәр.

Айыуҙы ла бейергә өйрәтәләр
Айыуҙы ла бейергә өйрәтәләр

Айыуҙарҙың һигеҙ төрө бар: һоро, ҡара, аҡ, айыу-ленивец йәки һинд айыуы, панда, ҡояшлы, күҙлекле һәм ҙур панда. Аҡ айыу тиһәләр ҙә, тиреһе ҡара, йөнө лә аҡ түгел, ә үтә күренмәле. Һоро айыуҙың тиреһе ысынбарлыҡта ҡара төҫтә.
Улар яҡынса 38 миллион йыл элек иртә эоцен дәүерендә барлыҡҡа килгән. Был йырт­ҡыс хайуандарҙы Арктика, Төньяҡ Америка, Европа, Азия, Африка һәм Көньяҡ Америкала осратырға мөмкин. Урмандарҙа, тауҙарҙа, тундрала һәм туғай­ҙарҙа йәшәйҙәр.
Рәсәйҙә Гималай айыуҙары Хабаров крайы һәм Приморьеның көньяҡ өлөшөндә осрай, бында уларҙы Уссури айыуы тип йөрөтәләр. Ҡара айыу – барибал АҠШ, Канада һәм Мексикала таралған. Ул һоро айыуҙан бәләкәйерәк, Гималай айыуына оҡшаған.
Аҡ айыу иң ҙуры булып иҫәпләнә. Ул 3 метр оҙонлоҡҡа хәтлем үҫә, ауырлығы 1000 килограмға етә. Иң бәләкәйе – ҡояшлы айыу. Оҙонлоғо – 1 метр самаһы, ауырлығы – 27 – 80 килограмм. Ғәҙәттә, айыу­ҙарҙың ауырлығы – 80-дән 140 килограмға тиклем. Һәйбәт күрәләр, төҫтәрҙе айыралар, еҫте яҡшы тоялар.
Салыш аяҡтар яҡшы ишетә, бер километр алыҫлыҡтағы тауышты ла айыралар. Хәтерҙәре һәйбәт, ҡайҙа йөрөгәндәрен, нәмә ашағандарын иҫкә төшөрә алалар.
Аҙыҡты ваҡлау һәм онтау өсөн тәғәйенләнгән тештәре ҡаты. Аҙыҡ ваҡлаусы өҫкө тештәре осло һәм үткер, аҙыҡты онтаусы аҫҡылары – яҫы. Поляр айыуҙар бер «ултырғанда» 25 килограмм ит ашап бөтә.
Улар ҡырағай тәбиғәттә – 20 – 30 йыл, бикле килеш оҙағыраҡ йәшәй.
Ҡышҡы айҙарҙа йоҡлайҙар, был ваҡытта йөрәк тибеше әкренәйә, тән температураһы төшә. Ашамайынса һәм эсмәйенсә аҙналар буйы йөрөй алалар.
Айыуҙар сәғәтенә 56 километр тиҙлектә йүгерә. Һәйбәт йөҙәләр, тиҙлектәре – сәғәтенә 9,7 километр. Йәш саҡта йыл­ғырҙар, ағастарға тиҙ менәләр, ҡаялы урындарҙан еңел үтәләр, йылға аша йөҙөп сығыу уларға ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Шулай ҙа олоғая килә был һәләттәре кәмей төшә.
Инә айыуҙың йөклөлөгө 6 – 7 ай самаһы дауам итә. Күптәре бер юлы ике йәки өс бала тыуҙыра, бишкә хәтлем тапҡандары ла осрай. Балалары һуҡыр, һаңғырау, шәрә тыуа. Инә айыу бәләкәстәрен имеҙеү менән бер рәттән, үҫемлектәр, бөжәктәр, балыҡ һәм ваҡ һөтимәрҙәр кеүек ҡаты аҙыҡтар ашата. Аҙыҡ етмәй башлаһа, һунарға сыға. Балаларын ашатыуға көн һайын бер нисә сәғәт ваҡыт бүлә.
6 – 8 айҙа айыу балаларының йөн төҫө үҙгәрә, ҙур айыуҙарға оҡшай башлайҙар. Ата айыу балалары тураһында бер ниндәй ҙә хәстәрлек күрмәй. Инә айыу балаларын үҙаллылыҡҡа өйрәнгәнсе, 16 айғаса, тәрбиәләй. Үҙ аллы аҙыҡ таба башлағас, айыу балалары инәләренән айырыла.
Кешеләр айыуҙар менән күп мең йыллыҡтар дауамында үҙ-ара йоғонтола. Бик күп мәҙәниәттәрҙә тайыштабандар изге тип иҫәпләнә, төрлө мифологияларҙа һәм фольклорҙа урын алғандар.
Уларға бик күп әкиәттәр арналған. Мәҫәлән, урыҫ фольклорында «Өс айыу тураһында әкиәт», «Айыу балаһы Каффи тураһында әкиәт», «Аҡ айыуҙар короле», «Ивашка һәм айыу ҡолағы тураһында әкиәт», «Өс айыу». Әлбиттә, бөтәбеҙгә лә билдәле Винни Пух та – айыу.
Башҡорт халыҡ әкиәттәре араһында ла тайыштабандар хаҡындағылары етерлек. «Айыу менән бал ҡорттары», «Айыу менән Суртан», «Үс алыу», «Алмасыбар ат», «Айыу менән ҡарт» – ана шундайҙар.
Айыуҙар хаҡында нәфис әҙәбиәт тә байтаҡ. «Беренстейн айыуы» серияһы балалар араһында популяр, Дейв Смиттың «Айыу эше нигеҙҙәре» өлкәндәргә тәғәйенләнгән, Джефф Фэйрҙың «Балалар өсөн айыуҙары» – ҡара айыу­ҙар хаҡында. Бынан тыш, Кевин Ван Тигемдың «Ҡурҡыуһыҙ» һәм Гэри Браун­дың «Айыу­ҙар иленә хәүефһеҙ сәйәхәт» китаптары ла йотлоғоп уҡыла.
Айыуҙар кинофильмдарҙа ла төшкән. Иң сағыуҙары – француз режиссёры Жан-Жак Анноның «Айыу» мажаралы ғаилә фильмы, Джин Мэри Ауэлдың романы буйынса төшөрөлгән «Мәмерйә айыуы кланы».
Барт – өйрәтелгән иң билдәле айыу. Ул «Айыу», «Аҡ ҡаҙыҡ теш» һәм башҡа фильм­дарҙа төшөп, тамашасыларҙың һөйөүен яулай.
Гренландия һәм Данияның гербтарын аҡ айыу биҙәй.
Айыуҙарҙы элек-электән цирк тамашаларында күрергә була. Ҡайһы бер илдәрҙә улар­ҙы бындай тамашаларҙа фай­ҙаланыу закон менән тыйыл­ған.
Байтаҡ илдәрҙә айыуҙарға һәйкәл ҡуйылған.

Ф. СӘЛИХОВ.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: