Хоҡуҡи дәүләттә йәшәйбеҙ, тиһәләр ҙә, суд, юриспруденция, конституция, кодекс кеүек төшөнсәләр бик аңлайышһыҙ кеүек тойола һәм беҙгә уларҙың ҡағылышы ла юҡ һымаҡ. Күптәр һәр бер аҙымыбыҙ, ҡылған эшебеҙ – бөтә тормошобоҙ ниндәйҙер ҡанундар менән тәртиптә тотолғанын аңлап етмәй. Мәҫәлән, кеше урам буйлап китеп барғанда ла, хоҡуҡ күҙлегенән йәйәүле булып тора һәм ул светофорҙың ҡыҙыл төҫө янғанда урам аша сыҡмаҫҡа, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәргә бурыслы. Уны боҙа икән, машина аҫтына эләкмәгән хәлдә лә, ҡанунды үтәмәгән өсөн яуапҡа тарттырырға мөмкин.
Юҡҡа ғына, йәмғиәттә йәшәп, йәмғиәттән азат булып булмай, тип әйтмәйҙәрҙер. Бөтә кешеләр йәшәйештәге дөйөм ҡағиҙәләргә буйһонорға, уны үтәргә бурыслы. Шулай ҙа тәртип боҙғандар ҙа, ҡанунды һанға һуҡмағандар ҙа етерлек. Улар үҙ язаһын ала.
Тормоштағы бөтә ҡағиҙәләрҙе беҙ ҡанундар тип атайбыҙ, улар административ хоҡуҡ боҙоу, енәйәт кодекстарына тупланған. Ваҡ тәртипһеҙлек өсөн штраф һәм ҡыҫҡа ваҡытлы ҡулға алыу ҡаралһа, ә етди тәртипһеҙлектәр өсөн кеше енәйәт яуаплылығына тарттырыла.
Балалар араһында ла тәртип боҙоусылар булыуы аяныслы. Улар яуаплылыҡҡа тарттырылмай, тиеүселәр ҡырҡа хаталана.
Бына суд практикаһынан бер генә миҫал килтереп китәйек. Имен, етеш булмаған ғаиләләрҙән етенсе синыфта уҡыусы бер нисә бала бушты-бушҡа уҙҙырып, урам ҡыҙырып йөрөп арығас, бер магазинға инеп сыҡмаҡсы була. Унда ишек төбөнә ҡуйылған ауырыу балаға ярҙамға хәйриә йәшниге иғтибарҙарын йәлеп итә. Үтә күренмәле быяланан 50, 100, 500 һумлыҡтар ныҡ күҙҙәрен ҡыҙҙыра.
Бер нисә көндән аҡсаны ҡулға төшөрөү планын ентекләп уйлап, магазин эргәһенә тағы киләләр. Бер аҙ тапанып тора биргәс, ҡыйыулыҡтарын йыйып, берәүһе ишекте асып, көтөп тора, икенсеһе йәшникте ала ла бергәләп ҡасалар. Яҡын-тирәләге ишек алдында ҡутарып асып, аҡсаһын бүлешеп алалар. Уны уйын автоматтарына һәм тәмлекәстәргә бөтөрәләр. Мажара эҙләүселәр үҙҙәрен бер нисә күҙәтеү камераһы төшөрөп торғанын да уйлап тормай. Шуға эш боҙоусылар бик тиҙ табыла. Улар үҙҙәренең енәйәт эшләүен, яуаплылыҡҡа тарттырыла алыуҙарына ышанып бөтмәй, ғәжәпкә ҡала. Һуңынан суд ултырышында: «Беҙ башҡа улай итмәйбеҙ», – тиҙәр бер тауыштан, ә берәүһе ҡысҡырып илап ебәрә. Тик был һүҙҙәр бында ҡабул ителмәй, ғәйепләү язаһы сығарыла. Балиғ булмаған балалар полицияға иҫәпкә ҡуйыла, берәүһе бөтөнләй мәктәптән ҡыуыла.
Был миҫалдан ғына күптәрегеҙ үҙҙәренә фәһем алыр, тип ышанабыҙ. Тормошто боҙоуы еңел, ә хаталарын уларға йылдар буйына төҙәтергә тура киләсәк.
Фәнил ТОЛОМБАЕВ, Ленин районы буйынса суд бүлексәһенең мировой судьяһы.
Өфө ҡалаһы.