Минең өләсәйҙәре, олатайҙары менән кәрт һуҡҡан ҡыҙҙарҙы, малайҙарҙы күргәнем бар. Үҙебеҙ ҙә бәләкәй саҡта уйнай торғайныҡ. Быны ҡомарлы тип әйтеп буламы? Юҡтыр. Бары тик еңеү, отолоп ҡалмаҫ өсөн генә тырышаһың бит. Хәтерҙең дә яҡшы булыуы кәрәк әле: кемдең ниндәй кәртте нимә менән япҡанын иҫтә тотоп ултырырға тура килә бит. Ә бына аҡсаға уйнаһаң инде, ябай ғына күренгән кәрт ҡомарлы уйынға әйләнәсәк. Был иһә ҡанун тарафынан тыйыла. Мартта Президент Дәүләт Думаһы ҡабул иткән «Лотереялар тураһында» Федераль ҡанунының 6.1 һәм 20-се статьяларына үҙгәрештәр индереү тураһында Указға ҡул ҡуйғайны. 7 апрелдән ул үҙ көсөнә инде.
Унда 18 йәше тулмаған граждандарға лотерея билеттарын, квитанцияларын, шул иҫәптән электрон вариантта булғандарын да, шулай уҡ балиғ булмағандарҙан ставкалар ҡабул итеү һәм уларға отоштарҙы түләү ҙә тыйыла.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачёв әйтеүенсә, сара бөтә төбәктәр өсөн дә көнүҙәк: «Көн һайын лотерея клубтары барлыҡҡа килә, ставкалар (ҡуйылған аҡса) ҡабул итеү пункттары арта. Был интернетта ла күҙәтелә. Ҡомарлы уйындар һәйбәт социаль күренеш түгел. Дәүләт быны контролдә тоторға, ҡомарлы уйындар менән бәйле кире күренештәрҙе әҙәйтергә тырыша. Был мөхиткә балаларҙы йәлеп итеүҙе тыйыу айырыуса мөһим».
Социаль селтәрҙәргә инеп ҡараһаң, күпме кеше ниндәйҙер уйын уйнап, виртуаль аҡсалар эшләп, шуға ҡыуанып ултыра. Өҫтәүенә, һине лә йыш ҡына унда ҡатнашырға саҡыралар. Юҡ менән ваҡыт үткәреүҙәре – аптырарлыҡ хәл. Ә ҡомарлы уйындарҙы берләштергән төркөмдәрҙә меңдәрсә кеше ултыра, улар араһында уҡыусылар ҙа байтаҡ. Киң таралған «Бәйләнештә» селтәрендә лә йыш ҡына теге йәки был төркөмдә, осраҡлы һайлап алыу ысулы менән, тип отоштар үткәрәләр. Был да балаларҙы ныҡ ҡына йәлеп итә. Бер уйлаһаң, кемдәр генә бушлай хыял иткән әйберен алырға теләмәһен?! Мәҫәлән, швед стенкаһы ҡыйбат ҡына тора, ә отошта ҡатнашһаң, бәхет йылмайып, бүләктең нәҡ һиңә эләгеүе ихтимал. Эшҡыуарҙарға тауарын рекламаларға йәтеш ысул, ә йәш быуында көс түкмәй генә байлыҡҡа эйә булырға теләк, ынтылыш тыуа.
Ҡомарлы уйындар менән мауығыуҙың эҙемтәләре бик насар. Уйынсының психикаһы боҙола, уҡыуҙа, эштә уңыштары һүлпәнәйә. Яҡындары менән аралашыуҙа ла һиҙелә был, сөнки осраҡлы ғына аҡса отоуға бәйлелек барлыҡҡа килгәс, кеше шул турала ғына уйлай, шуның менән генә йәшәй башлай.
«Лотереялар тураһында» ҡанунға үҙгәрештәр индереүҙе, һеҙҙең турала хәстәрлек күреү, тип ҡабул итергә кәрәктер, уҡыусылар. Дәрестән тыш ваҡытығыҙҙы файҙалы шөғөлдәргә генә бағышлап, үҙегеҙҙе төрлө яҡлап үҫтереүгә ни етә?!