-11 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Төнгө урам
4 Май 2018, 16:51

Үсекләгән өсөн дә яза бар

Белмәү насар түгел, белергә теләмәү насар, тиҙәр бит. Шуға күрә лә һеҙгә бөгөн киң тарала башлаған бер аламалыҡ тураһында аңлатып үткем килә. Мин балалар һәм үҫмер­ҙәр менән тығыҙ эшләйем. Инде нисә йыл дәүерендә үҙебеҙҙең йәм­ғиәтебеҙҙең бәләкәс, әммә тулы хоҡуҡлы граждандарына ҡанун тарафынан нимә яҡшы, нимә насар икәнен төшөндөрөргә тырышам. Эйе, ҡануни йәм­ғиәттә йәшәгәс, һеҙҙең хо­ҡуҡтарығыҙҙан башҡа яуап­лылыҡтарығыҙ ҙа бар икәнен әйтеп, аңлатып китеү зарурҙыр, тим. Юғиһә, беҙ – ололар, уҡытыусылар, тәрбиәселәр – гел генә һеҙҙең хоҡуҡтарығыҙ тураһында лаф орабыҙ. Тик… Хоҡуҡ тарафынан һеҙ, балиғ булмағандар, һәр тарафтан ныҡ яҡланған кешеләр. Бушлай белем алыуға, һаулыҡ һаҡлауға, яҡлауға мохтаж булараҡ, гел генә күҙ өҫ­төндәге ҡаш һымаҡһығыҙ, үтә лә ҡәҙерлеһегеҙ. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең «өф» итеп кенә үҫтергән балаларыбыҙ ни өсөн хоҡуҡ боҙа һуң? Ни өсөн урлашалар? Ни өсөн бер-береһен социаль селтәр­ҙәрҙә һүгәләр? Ни өсөн ололарҙы хөрмәт итмәй­ҙәр? Ни өсөн ата-әсәләренә ышан­майҙар? Ни өсөн?!

Бәлки, һеҙ, беҙҙең ғәзиздәрҙән-ғәзиз балаларыбыҙ, ҡануниәтте белмәйһегеҙҙер? Административ һәм енәйәт кодексын ҡулығыҙға тотоп ҡарағанығыҙ бармы? Иманым камил, әгәр ҡайһы бер ҡанундарҙың ни хәлдәргә алып барып еткергәнен бел­һәгеҙ – ундай эшкә бармаҫ инегеҙ.
Ябай ғына миҫал. Етенсе синыфта уҡыған дүрт малай­ға бер ҡыҙ оҡшамай: ул бик өлгөр, тырыш, төрлө түңәрәктәрҙә әүҙем ҡатнаша, «ботаник» инде, ҡыҫҡаһы. Тарих дәресендә бирелгән һорауға ошо ҡыҙ ғына ентекле яуап биреп, яҡшы билдәһе алғас, башлана ла инде бәйләнеүҙәр. «Ватсап»та тик синыфташтар ғына яҙыш­ҡан төркөмдә был дүртәү ҡыҙға «ташланалар»: әрләй­ҙәр, исем тағалар, мыҫҡыллайҙар һәм һүгенеү һүҙҙәрен дә ҡыҫтыралар. Бындай һөжүмде бөтөнләй ҙә көтмәгән ҡыҙыҡай аптырап, сикһеҙ ғәрләнеп, илап, өйөнә ҡайтып китә. Әсәһенә түкмәй-сәсмәй ни булғанын, малай­ҙар күпме ваҡыт уны ыҙалатҡанын асып бирә. Ҡыҙ кеше башҡаса был мәктәпкә бармаҫҡа ҡарар итә. Мыҫ­ҡыллауҙарға өндәшмәй, түҙеп йөрөй торғас, хәл үтә лә киҫкенләшеп, малайҙар уны асыҡтан-асыҡ йөҙәтә башлаған икән. Ошо селтәр­ҙәге аралашыуҙы әсәй кеше ҡағыҙға сығартып, миңә килеп һөйләне. Малайҙарҙың тәрти­бен тикшереү өсөн ғариза яҙҙы.
Балиғ булмаған балалар­ҙан һорау алынды, атай-әсәй­ҙәр мәктәпкә саҡыртылды. Йәберләнгән ҡыҙ­ҙың әсәһе килтергән яҙманың скрин-шоты (күсермәһе) өлкәндәргә танышыр­ға бирелде. Унда яҙылған ҡот осҡос һүгенеү һүҙҙәрен уҡып, меҫкен атайҙар һәм әсәйҙәр бер килке иҫтәре китеп ултырҙы. Бер атай кеше хатта, мин бер ҡасан да һүгенмәйем, һүгенгәнем дә юҡ, улым ҡайҙан өйрәнгән, тип шаҡ ҡатты. Аптырамай аптырарһың, йәндәй күргән балаҡайың әллә кемдең шундай уҡ үтә лә ҡә­ҙерле балаһын рәнйетә бит! Ә был һүҙ өсөн ҡануниәт алдында яуап тоторға тура кил­һә – йығыл да ят инде. Кем ҡыла бит әле был ҡылыҡты? Үсләшеп йөрөгән ҡан дошманың түгел, ә үҙ балаҡайың! Бындай хәлдә, һис шик­һеҙ, атай-әсәй өсөн ҡыуанырлыҡ, шатланырлыҡ бер ни юҡ, шулай бит, балалар? Киреһенсә, уҡыусылар үҙҙәренең тәртипһеҙле­ге, тәрбиәһеҙлеге арҡаһында иң яҡын кешеләрен – атай һәм әсәйҙәрен оятҡа ҡалдыра. Оятҡа ғынамы һуң? Балиғ булмағандар комиссияһы аша улар яуапҡа тарттырыла – бәләкәй булмаған күләмдә штраф түләргә мәжбүр булалар.
Ә шулай ҙа мин нимә әйтергә теләйем һуң һеҙгә, уҡыусылар? Беҙ хоҡуҡи йәм­ғиәттә йәшәйбеҙ һәм йәшәйәсәкбеҙ ҙә. Ҡанун бар, уны боҙоусылар күп. Мәктәптә устав боҙоусылар, бер-береһен үсекләүҙәр, мыҫҡыллауҙар, кеше әйберенә тейеү, башҡаларға ҡул күтәреү, яман эстәлекле хаттар яҙыу, ҡурҡытыу, янау хоҡуҡ боҙоу һанала. Әлбиттә, бының өсөн яуаплылыҡ ҡаралған. Был турала белмәнек, тимәгеҙ, әле генә аңлатып үттем. Әгәр яуапҡа тарттырырға йәшегеҙ тулмай икән, был ваҡытта инде һеҙҙең ҡылығығыҙ өсөн атай-әсәйҙәрегеҙ яза аласаҡ. Бер яҡтан уйлаһаң, дөрөҫ тә бит: уларҙың тәрбиәһе – уларҙың яуаплылығы, шулаймы? Икенсе яҡтан, ҡай­һы атай һәм әсәй үҙ балаһына яман киләсәк теләй?
Аҡыл менән эш итеп йәшәйексе, дуҫтарым. Ямандан йыраҡ булығыҙ, йәме.

Әлмира ИСХАҠОВА.

Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: