+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төнгө урам
24 Декабрь 2019, 12:00

Өйҙә балаға ҡурҡыныс янаһа

Полиция хеҙмәткәрҙәренә баланы ғаиләнән ваҡытлыса тартып алырға рөхсәт итерҙәрме?

Эске эштәр министрлығы «Ғаилә» кодексына үҙгәреш индерергә тәҡдим итә. Йәғни ғаиләлә ата-әсәһе тарафынан бала һаулығына һәм ғүмеренә туранан-тура ҡурҡыныс янаһа, полиция хеҙмәткәрҙәренә уны ваҡытлыса хәүефһеҙ урынға – дәүләт учреждениеһына урынлаштырып торорға рөхсәт итеүҙәрен һорайҙар. Әлегә ғаиләнән баланы опека һәм попечителлек органдары вәкилдәре генә тартып алыу хоҡуғына эйә. Әммә улар сәғәт 9-ҙан 6-ға тиклем генә эшләй. Полиция хеҙмәткәрҙәренә ҡалған ваҡытта ла ашығыс рәүештә баланы бәләнән ҡотҡарырға кәрәк булған осраҡтарҙың шаһиты булырға тура килә. Шулай ҙа министрлыҡ өлкәндәрҙе ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеү яғында түгел. Быны һуңғы сара, тип иҫәпләйҙәр. Баланың артабанғы яҙмышын хәл итеү ваҡытын да 7 көндән бер айға тиклем оҙайтырға тәҡдим ителә. Ғаиләлә мөхит яҡшы яҡҡа үҙгәреп, бала кире өйгә ҡайтырлыҡ булһын өсөн атай-әсәй менән төрлө саралар үткәрергә кәрәк буласаҡ.
Читайте нас: