-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Төнгө урам
13 Ғинуар 2020, 16:30

Ҡайыш менән һыҙырғанға яза юҡмы әллә?

Салауат районында бер атай иҫереп ҡайтып, балиғ булмаған улын ҡайыш менән туҡмай. 15 тапҡыр арҡаһына һуға.

Баланы дауаханаға алып барырға тура килә. Әсәһе был тиклем вәхшилек тураһында полиция бүлегенә әйтмәйенсә булдыра алмай. Әле тикшереү эштәре алып барыла. Атай кеше, тәрбиәләйем тип һуҡтым, тип аҡлана икән. Туҡмап түгел, матур өлгө күрһәтеп тәрбиәләһен ине.
Беҙ әлегә был ваҡиғаның нескәлектәрен белеп бөтмәйбеҙ, әммә эскелек арҡаһында килеп сыҡҡанын күреп торабыҙ.
Үҙемдең балам, нимә эшләтһәм дә ҡыҫылышығыҙ юҡ, тип уйлай ҡайһы берәүҙәр, көс ҡулланалар, туҡмайҙар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай осраҡтар ғаиләләрҙә булып тора. Әммә шымып ҡалырға ярамай. Яҡын кешегеҙҙән зыян күрһәгеҙ ҙә, тейешле органдарға хәбәр итегеҙ, таныштарығыҙҙан, туғандарығыҙҙан ярҙам һорағыҙ.
Читайте нас: