+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төнгө урам
19 Ғинуар 2020, 15:45

Уҡытыусы һынлы уҡытыусыға һуҡҡан!

Мәскәү мәктәптәренең береһендә VIII синыф уҡыусыһы физика дәресе ваҡытында педагогтың битенә һуҡҡан.

Уҡытыусының күҙлеге ватылып, йәрәхәтләнгән. Был башҡа һыймаҫлыҡ хәл нимәнән килеп сыҡҡан һуң? Үҫмер контроль эш ваҡытында ҡолағына ҡолаҡсын кейеп, музыка тыңлап ултырған. Иҫкәртмәгә иғтибар ҙа итмәгән. Физика уҡытыусыһы аптырағас, хоҡуғы булмағанын белә тороп, үҙе үк ҡолаҡсынын алырға булған, үҫмер ҡапыл башын һелкеп, уныһы өҙөлөп сыҡкан. Уҡыусы ярһып, педагогҡа һуҡҡан. Уйлап ҡарағыҙ әле: күҙлеге ватылғансы... Уҡыу бүлмәһендәге шкаф быялаһын ватҡан. Был турала уҡығас та, моғайын, үҫмерҙең ғаиләһендә проблема барҙыр, тигән фекер тыуа. Ысынлап та, ата-әсәһе айырылышҡан, баланы өләсәһе менән атаһы тәрбиәләй икән. Баланың быға тиклем дә ҡыҙып китеүсән икәнлеге билдәле, хатта социаль яҡлау бүлегенең күҙәтеү аҫтында булған, әммә 2018 йылда ғаилә был хеҙмәттән баш тартҡан. Синыфташтары малай менән бик һаҡ аралаша. Әле белем усағының директоры үҙ теләге менән эшенән киткән. Тикшереү бара. Үҫмерҙең уҡыуы ла ныҡ насар икәнлеге билдәле. Баланың шундай агрессив булып үҫеүендә өлкәндәрҙең ғәйебе ҙур, әлбиттә. Ата-әсәһе яратып тәрбиәләгән баланың уҡытыусы һынлы уҡытыусыға һуғырға һис кенә лә ҡулы күтәрелмәҫ ине.
Читайте нас: