Был турала "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә. Штрафтар 1 меңдән 30 меңгәсә барып етә. Коронавирустың таралыуына ҡаршы өйҙә ултырыу, кешеләр менән аралашмай тороу (әлегә телефон аша хәбәрләшеп торорға була бит), урамда, магазин, аптекаларҙа аралыҡ һаҡлау кеүек ябай ғына, әммә әлеге мәлдә ныҡ мөһим ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк беҙгә. Шулай уҡ дини объекттарға йыйылыу, зыяраттарға барыу сикләнде.
Балалар өсөн айырым комендант сәғәте индерелде: киске 6-нан көндөҙгө 1-гә тиклем өйҙә генә ултырырға кәрәк. Рөхсәт ителгән ваҡытта яҡындағы магазинға, аптекаға барырға, сүп түгергә сығырға мөмкин.